Самаҙы ауылы янындағы тәбиғи ҡомартҡы - Сыуалташ тураһында ФӘНИӘ ҒӘЙНУЛЛИНА яҙа:
Һөҙәк тауҙар ҡуйынында,
Самаҙы яры буйлап,
Йәшәй ауылым Самаҙы
Саф йылға һыуын һыулап.
Шул тауҙарҙың береһендә
Ҙур ҡая бар - Сыуалташ.
Бер ҡараһаң, сыуал төҫлө,
Бер ҡараһаң - йоҙроҡбаш.
Тирә-не йәшел сауҡа,
Итәгендә - еләклек.
Борон шунда бейем менән
Йәш килене килгән, ти.
Йөрөй торғас араларҙа
Юҡтан,ти, янъял ҡупҡан.
Ҡарғашҡандар бер-береһен:
- Таш булып ҡат!
- Ер йотһон!
Ҡарғыштары үҙҙәренә
Ҙур яза булып ҡайтҡан —
Бейем менән кинйә килен
Тораташ булып ҡатҡан.
Сыуалташ...
Хәүеф килһә, Сыуалташта
Усаҡ яҡҡан һағауыл.
Барымтасы күршеләрҙән
Булған бында ҡарауыл.
Бер ҡараһаң, сыуал төҫлө,
Бер ҡараһаң —йоҙроҡһоң,
Бер ҡараһаң, ҡосаҡлашып
Ҡатып ҡалған ике һын.
Батырҙарҙың йоҙроғолай
Дошмандарҙы киҫәтеп,
Туған, ҡәйнә, килендәрҙе
Татыулыҡҡа иҫкәртеп,
Ғаилә усағын һаҡла, тип
Өйләнешкән парҙарға,
Сыуалташым, һәйкәл булып
Һаҡлан һин быуаттарға.