"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Ә һеҙ нисек ҡотолаһығыҙ?

Быйыл ҡырмыҫҡа күп. Улар, тəү сиратта, ағастарға үлəн бете (тля) ташый.

Быйыл ҡырмыҫҡа күп. Улар, тəү сиратта, ағастарға үлəн бете (тля) ташый. Ағасҡа ҡоротҡостарға ҡаршы төрлө препарат һиптереү әллә ни һөҙөмтə бирмәй. Был бөжәктәр барыбер ағаста йөрөй. Ағыуҙы ямғыр һыуы тиҙ генə йыуып төшөрə, ахыры.
Магазиндан мухолов - себен тота торған йəбештергес таҫма һатып алдым. Уның оҙонлоғо ярты метр. Хəҙер ошо яйланма менəн ағастың олонон уратам. Бөтə бөжəк, шул иҫəптəн ҡырмыҫҡалар ҙа бында йəбешеп ҡала. Ботаҡтарға үрмəлəй алмайҙар. Һеҙ ҙə ҡулланып ҡарағыҙ, тип хәбәр итә төркөмдәштәр.
Читайте нас: