Уңыш йыя башланығыҙмы? Һуған, һарымһаҡ алынғандыр инде? Буш ҡалған урынды нимә эшләтәһегеҙ?
Әлеге мәлдә ерҙе киләһе миҙгелгә әҙерләй башларға кәрәк. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге белгесе Айһылыу Камалетдинова ниндәй саралар күрергә кәңәш итер икән?
- Үҙемдең дә баҡсам ҙур. Йылдар буйы һыналған ысул – гәрсис сәсергә кәңәш итәм. Бер миҙгелдә йәшелсә, емеш үҫкән ер шаҡтай туҡлыҡлы матдәләрен юғалта. Уны киренән тергеҙергә ярҙам итергә кәрәк. Аҡ гәрсис үҫкән ваҡытта ергә файҙа килтерә. Мәҫәлән, иремәгән минералдарҙы тамырҙар өсөн еңелләштерә, ерҙе йомшарта һәм һауа алмашыныуына йоғонто яһай. Сүп үләнен ҡыҫырыҡлай, үҫергә ирек бирмәй. Ямғырлы көндәрҙә туҡлыҡлы матдәләргә йыуылып китергә мөмкинлек бирмәй. Ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүен тотороҡлай. Ҡаты ҡорт һәм лайлалы ҡусҡарҙарҙың йомортҡаларын кәметә, - тип һөйләй Айһылыу.
Ысынлап та, ябай ғына гәрсис күпме файҙа килтерә икән! Айһылыу гәрсисте ике тапҡыр сәсергә кәңәш итә: иртә яҙҙан, ҡар ирегәс һәм уңышты йыйып алғас. Был сидерат ерҙең әсеһенә лә, балсыҡлыһына ла, ҡомлоһона ла һәйбәт килешә.
Түтәлдәрҙе ҡаҙғас, уны ҡул менән генә һирпеп сәсеп, өҫтөнә һыу һибергә кәрәк.
Лилиә Нуретдинова яҙып алды.