Бөтә яңылыҡтар

Умартасылыҡ серҙәре

Август – ҡышҡа йылдам әҙерләнеү осоро. Шул иҫәптән умартасылыҡ тармағында ла. Бал ҡорттарын ҡышлатыуға әҙерлек, уның нескәлектәре, ғөмүмән, тармаҡтың бөгөнгө хәле тураһында билдәле умартасы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Рафиҡ Ғүмәр улы Ноғоманов һөйләй...

Август – ҡышҡа йылдам әҙерләнеү осоро. Шул иҫәптән умартасылыҡ тармағында ла. Бал ҡорттарын ҡышлатыуға әҙерлек, уның нескәлектәре, ғөмүмән, тармаҡтың бөгөнгө хәле тураһында билдәле умартасы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Рафиҡ Ғүмәр улы Ноғоманов һөйләй:
– Умартасылыҡ тармағы беҙҙең республикала һуңғы йылдарҙа төрлө ауыр ваҡыттар кисерә. XXI быуаттың башынан тәбиғи катаклизмдар күбәйҙе, аномаль эҫеләр, һыуыҡтар йыш була башланы, йәғни ҡыш йылы булһа, йәй бигерәк эҫе, шуға, бал ҡорттарының, тәбиғәттең һауа шарттары үҙгәреүгә ҡарап, йәшәйеше үҙгәрә. Ысынлап та, боронғолар әйтмешләй, йыл ҡартая. Һуңғы өс йылда ҡорттар яҙғы айҙарҙы ауыр кисерә, сөнки яҙғыһын көслө һыуыҡ елдәр, ҡырау төшөү бал ҡорттары ғаиләләренә насар йоғонто яһай. Бал ҡорттары быйылғы миҙгелдә тиҙ генә ныҡлы үҫешә алманы һәм бал йыйыу осорона көсәйеп өлгөрмәне. Һыуыҡ килгән май, июнь айҙарынан һуң ҡапыл эҫеләр башланды – шул бал ҡорттарына насар тәьҫир итте. Ә икенсе насар күренеш – был эҫегә сәскәләрҙең һулып өлгөрөүе, өҫтәүенә, ҡарышлауыҡтар төшөүе. Сибек бал ҡорто ғаиләләре үҙҙәренә балды әҙ тупланы, ә төп балды көслө ғаиләләр йыйып өлгөрҙө.
Иң мөһиме, бөгөн бал ҡорттарын һәйбәт ҡышлатып сығарыр өсөн, умарталарҙа бал йыйылғанмы, юҡмы икәнлеген тикшереп сығыу. Әгәр күп йыйылған булһа, көслө ҡорттарҙан бүлеп алып, көсһөҙҙәргә бирергә була. Быйыл сәскә балы ҡуйы булды, ундайҙы ҡорттар ауыр үҙләштерә, шуға ҡуйы баллы умарта ояларына ҡорттарға шәкәр сиробы бирергә кәрәк. Был эште августың аҙағына тиклем дауам итергә була, тик көҙгә ҡалдырырға ярамай. Әгәр сентябрь айында бирһәң, ҡыштың тәүге айҙарында ҡорттар үлемгә дусар була. Ҡуйы балға шәкәр сиробын һыу менән 1:1 нисбәтендә әҙерләргә, уртаса ҡуйы балға 2:1 нисбәтендә бирергә.
Бал ҡорто ғаиләләренә сиропты кис бирергә кәрәк, сөнки, беренсенән, ҡорттар кис ҡабул итһә, төндә эшкәртеп өлгөрә, икенсенән, әгәр көндөҙ таратһаң, сит, оғро көньяҡ ҡорттар умарталарҙы баҫып ала һәм ҡорттарҙы юҡҡа сығара. Һаҡ булығыҙ! Август айында умартасыларға сибек, хәлһеҙ, инә ҡортһоҙ бал ҡорто ғаиләләренән ҡотолоу хәйерле, сөнки улар ҡышты сыға алмаясаҡ. Шулай уҡ, йәш инә ҡорттарҙың аталанғанмы, юҡмы икәнлеген белегеҙ. Әгәр аталанмаған булһа, ул ҡорт ғаиләһе үлемгә дусар була. Кәрәҙҙәрҙә йомортҡа булыуы, умартаға ҡорттар сәскә һеркәһе ташыуы инә ҡорттоң яҡшы булыуын күрһәтә.
Читайте нас: