Бөтә яңылыҡтар

Табынығыҙ түренә!

Әле һөттөң мул осоро. Тимәк, уңған хужабикәләр өй шарттарында сыр әҙерләй башлағандыр. Түбәндәге рецепт менән дә яһап ҡарағыҙ...


Сыр
1 литр һөткә 3 йомортҡа, 1,5 аш ҡалаҡ тоҙ, 400 грамм кефир (ҡуйыраҡ булған һайын яҡшы) кәрәк була.
Бөтә ингредиенттарҙы бергә бутайбыҙ ҙа талғын утҡа ҡуябыҙ. Эремсекләнгәс, дуршлагка марля ҡуйып йәки ҙур иләк аша һөҙәбеҙ. Өҫтөн тәрилкә менән ҡапларға һәм ауыр әйбер ҡуйырға кәрәк.
Өс-дүрт сәғәттән сыр әҙер!
Теләүселәр - йәшел тәмләткес, тоҙло сыр яратыусылар тоҙон күберәк ҡуша ала.
Читайте нас: