"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Орлоҡҡа помидор алып ҡалабыҙ

Помидор орлоғо магазин тулы, уны алып ҡалырға ла кәрәкмәй, тиерһегеҙ. Шулай ҙа йылдар буйына һыналған орлоғонан өҙөлмәүселәр ҙә юҡ түгел. Унан килеп, һатыуҙан алынған Ғ1 кеүек гибрид орлоҡтар ниндәй уңыш биререн белеп тә булмай.

...Яҙ көнө бер төркөмдәштең үрсетмәләре ҡеүәтле генә үҫеп ултырыуын күреп, һорай ҡуйҙым. Баҡһаң, ул борондан килгән помидор сортын һаҡлап ҡала икән. Был юлы орлоҡто яңы ысул буйынса алып ҡалған булып сыҡты. Ҡыҫҡаһы, көҙҙән үҙенә иң оҡшаған помидорҙы бөтөн килеш һауытҡа һалып, тупраҡ менән күмеп, баҙҙа ҡышлатырға ҡалдыра икән. "Февраль-мартта өйгә алып инеп, һыу һибәбеҙ ҙә пленка менән ҡаплап ҡуябыҙ. Күп тә үтмәй, пытырлап шытып та сыға. Ҡалғаны - ғәҙәттәгесә: үрсетмәне ҙурыраҡ һауытҡа һирәкләтеп ултыртып сығаһың", - тип аңлатты ул.
һынап ҡарағыҙ! Һәр хәлдә мин гөл һауытына күмеп, мөгәрәпкә төшөрҙөм. Яҙ көнө был темаға әйләнеп ҡайтырбыҙ, Алла бирһә!
Читайте нас: