Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Октябрь 2020, 11:00

Ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелә

Кисә,1 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн тәртибендә сираттағы “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда ауыл хужалығы тармағындағы яңы проекттар ҡаралды.

Кисә,1 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн тәртибендә сираттағы “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда ауыл хужалығы тармағындағы яңы проекттар ҡаралды.
Баймаҡта ит эшкәртеү комплексы төҙөү пландары менән уртаҡлаштылар. Хужалыҡта башҡорт тоҡомло аттар үрсетелә, ҡымыҙ етештерелә.
22,3 миллион һум аҡса алып, инвестор малды һуйыу, йылҡы һәм һыйыр итенән ярымфабрикаттар эшләү өсөн цех алырға планлаштыра. Бында аҙыҡ “хәләл” стандарттары буйынса ла эшләнәсәк. Тауарҙы мәктәпкә тиклемге учреждениеларға, белем биреү ойошмаларына, дауаханаларға, сауҙа селтәрҙәренә һатырға уйлайҙар.
– Яңы предприятие Баймаҡ районы өсөн бик әһәмиәтле. Ул бында ошоға тиклем булмаған һәм үҫешмәгән ит эшкәртеү йүнәлешен асасаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ошондай проекттар урындағы эшҡыуарҙар кәйефенә ныҡ тәьҫир итә. Улар республиканың һәр башланғысҡа ярҙам итергә әҙер булыуын күрергә тейеш.
“Экопродукт” компанияһы Баймаҡ районында лиофилизлы (ҡоро) бейә һөтө әҙерләмәксе. Бының эсенә һауын малдарын алыу ҙа инә.
Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларындағы ике майҙансыҡта дөйөм ҡеүәте миҙгеленә 30 тонна булған етештереү цехтары төҙөләсәк. Шул уҡ ваҡытта тауарҙың бер өлөшөн сит илдәргә экспортҡа ебәрергә йыйыналар. Пилот цехын 2021 йылда эшкә ҡушмаҡсылар. Бынан тыш, предприятие эске баҙар өсөн 450 мең литр һөт һәм ҡымыҙ ҙа етештерәсәк.
“Экопродукт” Мәскәү дәүләт университеты һәм Башҡортостан дәүләт медицина университеты ғалимдары менән хеҙмәттәшлек итә, улар бергәләп ҡымыҙҙың шифалы үҙенсәлектәрен өйрәнә, туҡланыуҙа файҙаланыу мөмкинлектәрен тикшерә.
Инвестицияларҙың дөйөм күләме - 676 миллион һумдан ашыу. Проектты тормошҡа ашырыу 104 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
#нацпроекты
Читайте нас в