Хеҙмәтегеҙ ихтирамға лайыҡ!
Хөрмәтле агросәнәғәт комплексы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре, тармаҡ ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ менән иң йылы ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Агросәнәғәт комплексы районыбыҙ иҡтисадында иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булды һәм булып ҡала. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө – ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм белгестәренең, баҫыу һәм ферма эшсәндәренең, таңды таңға ялғап, ял көндәрһеҙауыл хужалығында эшәүселәрҙең байрамы. Нәҡ һеҙҙең юғары һөнәри оҫталыҡ, үҙ эшегеҙгә бирелгәнлек, данлы традицияларға тоғролоҡ агросәнәғәт комплексында бурыстарҙы уңышлы хәл итеүҙең нигеҙе булып тора. Ейәнсура районында тыуған ерен яратҡан, эшләргә теләгән һәм эшләй белгән, үҙҙәренең оҫталығы менән юғары һөҙөмтәләргә һәм яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән кешеләр йәшәй. Бөгөн районда ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт һәм муниципаль программалар, инвестиция проекттары уңышлы ғәмәлгә ашырыла.
Байрам алдынан ҙур тырышлыҡ һәм фиҙаҡәрлек талап иткән ауыр һәм яуаплы хеҙмәттәре өсөн тармаҡ ветерандарына һәм хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерәм. Һеҙгә өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмауығыҙҙы, киләсәккә ышаныслы ҡарауығыҙҙы теләйем. Ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, именлек һәм бәхет һеҙгә!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.