"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Һәр уңыштың нигеҙе – ул хеҙмәт.

Һүҙ ойошма-хужалыҡтар тураһында барһа, был нигеҙҙе, әлбиттә, эшсәндәрҙең хеҙмәте, тырышлығы тәшкил итә. Райондың иң ҙур хужалығы – “Маяҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә шундай тырыш хеҙмәткәрҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Эйе, хужалыҡта тырыш, уңған егеттәр бихисап. Шулар араһында иң ҙур хеҙмәт стажына эйә булғандарҙың береһе ул Дамир Ғүмәров.

Һәр уңыштың нигеҙе – ул хеҙмәт. Һүҙ ойошма-хужалыҡтар тураһында барһа, был нигеҙҙе, әлбиттә, эшсәндәрҙең хеҙмәте, тырышлығы тәшкил итә. Райондың иң ҙур хужалығы – “Маяҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә шундай тырыш хеҙмәткәрҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Эйе, хужалыҡта тырыш, уңған егеттәр бихисап. Шулар араһында иң ҙур хеҙмәт стажына эйә булғандарҙың береһе ул Дамир Ғүмәров.
– Хәҙер, үткәндәргә күҙ ташлайым да, “Урал” колхозы рәйесе Ҡасим ағай Мәсәғүтовтың минең, ғөмүмән, йәштәрҙең киләсәген билдәләүҙә, дөрөҫ юлға баҫтырыуҙа өлөшө ниндәй ҙур булыуын аңлайым. Ул беҙ мәктәпте тамамлау алдында торған егеттәрҙе саҡыртып, Стәрлетамаҡ һәм Бәләбәй ауыл хужалығы техникумындарына йүнәлтмә бирәсәген әйтеп, һөнәрҙе үҙебеҙгә һайларға ҡушты, – тип иҫләй оло юлға аяҡ баҫҡан, һөнәр һайлаған осорон Дамир Әмир улы. Атаһы ғүмер буйы механизатор булғас, ул да техниканы яҡын күрә. Шуға ла алыҫыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, Стәрлетамаҡта зоотехник һәм ветеринар һөнәренә уҡытҡас, егет Бәләбәй ҡалаһын һайлай. Шулай итеп, Бәләбәйгә, механик һөнәрен үҙләштерергә юллана. Уҡып йөрөгән саҡта армияға барып, Алыҫ Көнсығышта Ватан алдындағы бурысын үтәргә лә өлгөрә. Уҡыуын тамамлап, механик һөнәрен үҙләштереп, тыуған ауылы Күгәрсенгә, “Урал” колхозына эшкә ҡайта.
Комбайнер булып, бер аҙ тәжрибә туплап, белемен нығытҡас та, йәш белгесте ауыл хужалығы машиналары мөдире итеп ҡуялар. Яратҡан эшендә ең һыҙғанып эшләгәндә, әлеге лә баяғы Ҡасим ағайҙың тәҡдиме буйынса, Һүрәм администрацияһы башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Ике йыл эшләгәс, ул йәнә колхозға МТМ мөдире булып ҡайта. Әммә яуаплы белгескә яратҡан эшенән йәнә айырылып торорға тура килә. Был юлы инде 10 йылға. Тап шул тиклем уға йәнә Һүрәм ауыл биләмәһе башлығы булараҡ, ауылдаштары мәнфәғәтендә эшләргә насип була. 2015 йылдан алып йәнә, хәҙер инде “Маяҡ” хужалығында,МТМ мөдире.
Ҡалаға күсергә мөмкинлектәр булһа ла,тормошон ауылдан башҡа күҙ алдына ла килтермәгән Дамир Әмир улы бындай форсаттан баш тарта. Юғары техник һөнәргә эйә булып та, һөнәре буйынса эш булыуға ҡарамаҫтан, ғаилә хаҡына ауылда ҡалған хәләле Зифа Әнүәр ҡыҙына рәхмәтле ул. Тормоштарының 30 йылын иңгә-иң терәшеп үткән Ғүмәровтаринде балаларының уңыштарына һөйөнә. Лилиә һәм Эльвира исемле ҡыҙҙары юғары белем алып, Өфө ҡалаһында йәшәп, эшләп йөрөйҙәр. Лилиә ата-әсәһенә ҡартатай-өләсәй бәхете бүләк итеп, ул һәм ҡыҙ үҫтерә.
– Бер эштә лә проблемаларһыҙ булмайҙыр, – ти эшендә үткәргән һәр көндән ҡәнәғәтлек алған, хеҙмәттәштәренең ихтирамына лайыҡ Дамир Әмир улы. – Заман менән бергә талаптар ҙа, дефицит та үҙгәрә, әммәауыл хужалығында яҡшы белгестәргә булған ҡытлыҡ бер ваҡытта ла кәмемәй. Тыуған ерен яратҡан йәштәр һөнәр алып ҡайтып, ауыл хужалығын күтәрһен ине!
Читайте нас: