Бөтә яңылыҡтар

Юлдарҙа эштәр тынмай.

Илгиз Марс улы Колсурин Ейәнсура районы юл төҙөү һәм #БР #Башкиравтодор #Ейәнсураюлтөҙөүһәмремонтлауидаралығы

“Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы
– Ейәнсура юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы
хеҙмәткәрҙәре дөйөм файҙаланыуҙа булған автомобиль
юлдары буйынса профилактик саралар үткәрә. Ял һәм эш
көндәрендә лә 20 йүнәлеш буйынса 14 берәмек техника эшләй.
Эштең ҡыҙыу мәле, сөнки йома көндө башланған көслө ел
туҡтауһыҙ өрөп тороуы сәбәпле, юлдарға урыны-урыны
менән көрт һалды.
Районыбыҙҙа юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы
коллективы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән юлдар
ваҡытында тәртипкә килтерелде, шулай уҡ көслө ел өргән
юл ситтәре буйлап, баҫыу ситтәренә бураҙналар һалына.
Юлсылар күперҙәр, автопавильондар, юл билдәләренең
торошо өсөн дә яуаплы. Улар бөгөн боролоштарға,
күперҙәргә һәм автомобиль туҡталыштарына ҡом һәм тоҙ
ҡатнашмаһы һибеү менән дә мәшғүл. Тағы ла 4 кеше ҡул көсө менән күпер яндауҙарын, мәктәптәр янына ҡуйылған
кәртәләүҙәрҙе һәм башҡа шундай урындарҙы көрәк менән
таҙарта.
Ейәнсура юлсылары “Алтын Дуға” (ШЭ Баймурзин
Алмаз) килешеү төҙөп, автопавильондарҙы таҙарта.
Читайте нас: