Баҡса еләге мул уңыш бирһен тиһәгеҙ...
Баҡса еләге мул уңыш бирһен өсөн, яҙын кипкән былтырғы япраҡтарҙы ҡырҡып ташлағыҙ. Уларҙы баҡсанан бөтөнләй ситкә сығарыу хәйерле. Сөнки был япраҡтарҙа ауырыу таратыусы микроорганизмдар күп була.
Еләк төптәрендәге сүп үләндәрен таҙартығыҙ. Улар еләккә зыян килтерергә мөмкин, сөнки бөтә туҡлыҡлы матдәләрҙе һурып бөтөрәсәктәр. Еләккә зыян килтермәйенсә генә, сүп үләндәрен алып ташлағыҙ. Тамыры еләк тамырына йәбешкән булһа, бергә ҡаҙып алып, айырығыҙ. Унан еләкте ҡабат ултыртығыҙ.
Еләккә ашлама индерегеҙ. Яҙ көнө азотлы ашлама һәм органика кәрәк. Еләк бирә башлағас, башҡа төрлө ашлама индерергә мөмкин. Яҙын еләккә нашатыр спирты ҡойорға була. Ул азотты тамырҙарға уҡ еткерә, ҡоротҡостарҙы ла үлтерә. Бының өсөн 10 литр һыуға 40 мл нашатыр һалығыҙ, 40 мл гумат ҡушығыҙ. Һәр еләк төбөнә ошо иретмәне берәр литр ҡойоп сығығыҙ.
Иң аҙаҡ еләк төптәренә мульча йәйегеҙ. Шул осракта дым яҡшыраҡ һаҡланасаҡ, ҡоротҡостар килмәйәсәк. Бының өсөн еләк төбөнә шыршы йәки ҡарағай ылыҫын һалырға мөмкин.