Бөгөн төрлө урындарҙан картуф орлоғо һатып алып, халыҡ киләсәктә районда картуф үҫтереү өсөн ниндәй зыян булыуы хаҡында хатта уйламай ҙа. Сөнки ҡасандыр индерелеп, беҙҙең һауа шарттарына яраҡлашып, хәҙер нисек ҡотола алмаған Колорадо ҡуңыҙы кеүек, беҙҙең ергә хас булмаған ҡоротҡостар һәм ауырыуҙар инеүе мөмкин. Шуның өсөн орлоҡ һатып алғанда уның сығышы, сифат сертификаты менән ҡыҙыҡһынығыҙ.
Үҫемлектәрҙең күп һанлы дошмандары – бөжәктәр, бәшмәктәр, бактериялар һәм вирустар - картуф уңышын шаҡтай кәметә. Тик улар менән йоғонтоло көрәш саралары ғына һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшергә булышлыҡ итә. Әммә алдан күрелгән иҫкәртеү саралары иһә ер алмаһын ҡоротҡостарҙан һаҡлауҙа, тупраҡҡа һәм үҫемлеккә сирҙәр ҡуҙғытҡысын индереүгә һәм үҫеүгә юл ҡуймауҙа иң мөһиме һанала. Иҫкәртеүгә бит аҙыраҡ сығымдар китә. Ағыулы химикаттар ҡулланыу картуф сифатын насарайта, өҫтәүенә күптәре тереклеккә зыянлы.
Был культураны башлыса каты корт һәм һабаҡ нематодаһы, ә ҡайһы бер райондарҙа, айырыуса көнбайыш төбәктә, Колорадо ҡуңыҙы бөлдөрә.
ҠАТЫ ҠОРТ. Ҡоротҡос картуф тамырын, һабағын, тишкеләп бүлбеләрен зарарлай һәм сереүгә килтерә. 15-25 мм оҙонлоғондағы 1-2 мм йыуанлығындағы ҡуңыҙҙың бер быуыны өс-биш йыл йәшәй. Ҡоротҡос йышыраҡ аҡтамырҙа осрай, шуға күрә был сүп үләнен юҡ итергә кәрәк. Уның ҡарышлауыҡтары бысҡы онтағы менән ҡушылған тиҙәктә лә туплана. Ҡоролок осоронда ҡоротҡос әүҙемләшә, шуға, картуфҡа дым етмәһә, һыу ҡойорға кәрәк. Ҡуңыҙҙы картуф йәки кишергә алдатып йыйып алып, кәрәсиндә яндырыуҙан тыш, уның менән көрәштә тупраҡты иртә көҙ менән ҡаҙыу, яҙ - йәй осоронда тәрән йомшартыу, әсе тупраҡҡа эзбиз индереү ҙә йоғонтоло.
НЕМАТОДА. Йомро селәүсендәр класына ингән микроскоп аша ғына күренмәле ҡурҡыныс ҡоротҡос, ҙурлығы - 1 мм бәләкәй. Картуф тамырын һәм бүлбеләрен зарарлай. Ул булһа, үҫемлек үҫеүҙән туҡтай, япраҡтары һарғая, бөтәрләнә, бүлбеләр бөтөнләй булмай йә ҙурая алмай. Ҡоротҡос йомортҡалары 10 йылға тиклем йәшәү һәләтен һаҡлай. Был паразит зарарланған тупраҡ, бүлбеләр, ә шулай ук кешенең өҫ һәм аяҡ кейеменә эләгеп тарала.
Нематода менән иң йоғонтоло көрәш сараһы - зарарлы үҫемлектәрҙе тупрағы менән ҡаҙып алып картуфлыҡтан сығарыу. Бүлбеләрҙе таҙарталар һәм йыуалар, ә үҫемлекте тамыры менән яғалар йәки 4 м тәрәнлеккә, мочевина менән эшкәртеп, соҡорға күмәләр.
Күп райондарҙа картуф уңышына һәм сифатына фитофтороз, ҡоро һәм еүеш сереү, ризонтониоз, макроспроз, ҡулсалы серек һ.б. ауырыуҙар ҙур зыян килтерә.
ФИТОФТОРОЗ. Картуфтың иң таралған бәшмәк ауырыуы. Сир ҡуҙғытҡыс үҫемлеккә эләкһә, япраҡтарында бәләкәй көрән таптар барлыҡҡа килә. Улар ҙурайып бер үҫемлекте генә бөтөрмәй, ә башҡаларына ла күсеп, шаҡтай майҙанды бөлдөрә. Ауырыу бүлбеләргә уңыш йыйғанда, зарарланған тупраҡ йә япраҡтар тейеп, йәки һаҡлау осоронда эләгергә мөмкин. Сирҙең таралыуын булдырмаҫ өсөн картуфты ҡаҙып алғандан һуң, картуфлыҡтан бөтә ауырыу үҫемлектәрҙе сығарырға, юҡ итергә. Ә ултыртыр алдынан фәҡәт һау бүлбеләрҙе һайлап алырға. Үҫеш осоронда, ауырыуҙың тәүге билдәләре хасил булыу менән, культураны 90 процентлы еҙ хлорокисы һәм 80 процентлы полихом ҡатнашмаһы менән (10 л һыуға 40 гр иҫәбендә) эшкәртәләр. Бер йәйҙә биш мәртәбә эшкәртергә була, тик һуңғыһын уңыш йыйырҙан 20 көн алда башҡарырға кәрәк. 10 л һыуҙа 100-әр гр еҙ купоросын, эзбизде ебетеп тә препарат эшләйҙәр. Әгәр үҫемлектәргә ҙур зыян ҡурҡынысы тыуһа, уңыш йыйыуҙан ике аҙна алда картуф һабаҡтарын сабырға кәрәк. Был сиргә Темп, Гатчинский, Олев һ.б. сорттар бирешеп бармай.
ҒӘҘӘТИ ТАҘ (ПАРША). Бүлбеләрҙә сөйәлдәр һәм шештәр барлыҡҡа килә, ҡайһы саҡ бөтә өҫтөн ҡаплай. Сирле картуф насар һаҡлана. Таҙ зарарлы тупраҡ, бүлбеләр аша тарала. Ерҙе көрәгенән артыҡ эзбиз, тиҙәк менән ашлау уның көсәйеүенә юл аса. Шуға күрә орлоҡто алмаштырып тороу кәңәш ителә.
ҠОРО СЕРЕК. Ауырыу культураны һаҡлау осоронда сирле һәм ҡырҡылғандарынан күсә. Зарарланған урындарҙа кара-көрән таптар хасил була, бүлбе тотоуға йомшаҡ. Йыш ҡына бөтә орлоғоң юҡҡа сығыуы ихтимал. Ауырыуҙы кәметеү өсөн һаҡлауға тик һау бүлбеләрҙе һайларға, киптерергә һәм 0-2 градус ҡоро урында һаҡларға кәрәк.
ЕҮЕШ СЕРЕК. Сир шулай уҡ картуфты һаҡлау ваҡытында хасил була. Бүлбе йомшара, дымлана, насар еҫле ҡара-көрән һәм алһыу төҫлө лайлалы матдәгә әйләнә. Һаҡлағыста ауырыу картуфтың өҫкө ҡатламында күҙәтелә. Температура ҡапыл үҙгәргәндә, һауаның дымлылығы артҡанда, бүлбеләр өшөгәндә, туңғанда, йәрәхәтләнгәндә, шулай уҡ башҡа сирҙәргә дусар булғанда, ул көсәйә. Быға юл ҡуймау сараһы - картуфты ваҡытында һәм һаҡсыл йыйыу, орлоҡҡа һау бүлбеләрҙе генә һалыу һәм һаҡлау осоронда ҡулайлы температура тотоу.
ЯМАН ШЕШ (РАК). Сир бүлбеләрҙе, тамырының нәҙек урындарын, һабағын һәм япраҡтарын зарарлай. Картуфтың ерҙән өҫкө өлөшөндә 10-12 см ҙурлығында мәрйен рәүешендә йәшел оролар хасил була. Бүлбеләрҙә яйлап ҡарайыусы һәм ҙурайыусы, формаһы менән төҫлө кәбеҫтә башын хәтерләткән аҡ бирес рәүешендә күҙәтелә. Был сир - карантин объекты. Уның ҡуҙғытҡысы тупраҡта 30 йылға хәтлем һаҡланырға мөмкин, зарарланған бүлбеләр һәм тупраҡ аша юғары дымлылыҡта һәм ерҙең уртаса температураһында (14-18 градус) тарала.
ҠАРА ҺАБАҠ. Ауырыу үҫемлек шытып сыҡҡас та уҡ үҙен белдерә: япраҡтар һарғая һәм бөтәрләнә, һабаҡтың аҫҡы өлөшө, тамыры серей һәм кара төҫкә инә. Бындай үҫемлектәр еңел һурып алына. Сир һуңға йоҡһа, аҫҡы япраҡтар ҡыуышлыҡтарында буш йәшкелт бүлбеләр барлыҡҡа килә, ер аҫтында бүлбеләрҙең һабаҡҡа тоташҡан ере ҡарайып, насар еҫле лайлалы матдәгә әйләнә, ҡабығы ярыла. Дым етмәгәндә, эҫе көндәрҙә ауырыу таралмай, ул уңышты һаҡлағанда йә сәскәндән һуң бүленә. Сирҙе кәметеү юлы - майҙанды зарарланған һабаҡтарҙан даими таҙартыу, картуфлыҡты алыштырып тороу, һаҡлауға сәләмәт бүлбеләрҙе һайлау, һалыр алдынан кояшта киптереү, ҡулайлы шарттарҙа һаҡлау.