Баҡсағыҙҙы парһыҙ ебәк күбәләге ҡарышлауығы баҫтымы? Йәки ҡоротҡостан ҡотолоу юлдары

Ауыл хужалығына ҙур хәүеф янаған ебәк күбәләге ҡарышлауығы таралыуға бәйле, Башҡортостандың айырым райондарында ғәҙәттән тыш хәл индерелеүе тураһында хәбәр иткәйнек.Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан иҫкәртеүҙәренсә, 21 майҙан 10 июнгә тиклем Баймаҡ, Йылайыр. Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондарында урмандар эшкәртелә. Был эштәр әле бара, шуға күрә халыҡты һаҡ булырға саҡырабыҙ.Ебәк күбәләге ҡарышлауығы еләк-емеш культуралары һәм урманда үҫкән ағастарҙың 300-гә ҡәҙәр төрөнә зыян эшләргә һәләтле. Улар менән көрәш саралары тураһында сайтта һәм гәзиттә уҡып белерһегеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл хужалығына ҙур хәүеф янаған ебәк күбәләге ҡарышлауығы таралыуға бәйле, Башҡортостандың айырым райондарында ғәҙәттән тыш хәл индерелеүе тураһында хәбәр иткәйнек.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан иҫкәртеүҙәренсә, 21 майҙан 10 июнгә тиклем Баймаҡ, Йылайыр. Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондарында урмандар эшкәртелә. Был эштәр әле бара, шуға күрә халыҡты һаҡ булырға саҡырабыҙ.
Ебәк күбәләге ҡарышлауығы еләк-емеш культуралары һәм урманда үҫкән ағастарҙың 300-гә ҡәҙәр төрөнә зыян эшләргә һәләтле.
Парһыҙ ебәк күбәләген тик комплекслы көрәш юлы менән генә еңергә мөмкин.
Ҡарышлауыҡтар бер миҙгелдә йәш баҡса ағастарына зыян килтерергә, ә инде емеш биргәндәренең уңыш биреүсәнлеген кәметергә мөмкиндәр.
Йәш ағастарҙағы ҡарышлауыҡтарҙы ҡул менән йыйып юҡ итергә була. Йомортҡаларын (улар аҡһыл-һары төҫтә, губка һымаҡ) ағкстан ҡырып алып, йә һытырға йә яндырырға кәрәк.
Шулай уҡ был ҡарышлауыҡтарҙың дошманы – ҡоштарҙы (кәкүк, тумыртҡа, турғай, һарығош (иволга), суҡ турғай һ.б.) тағараҡтар элеп баҡсаға йәлеп итергә була.
Алдан, март айҙарында уҡ, ҡар иреү менән, ағас олондарын эзбиз менән ағартырға була (хәҙер һатыуҙа махсус буяҡтар ҙа бар), йә елемле билбау уратып ҡуйырға була. Был билбау парһыҙ ебәк күбәләге ҡарышлауыҡтарын олон буйлап менергә ҡамасаулай. Билбауҙы әҙерләү өсөн нефть, ыҫмала, машина майы, елемле таҫма, шулай уҡ зарарлы бөжәктәргә ҡаршы махсус гель кеүек препараттарҙы ҡулланырға була.
Ҡарышлауыҡтар ағастың ботаҡтарына үрмәләй башлағас та – апрель айҙарында, алмалар һәм башҡа ағастар бөрөләрен асмаҫ борон, биопрепараттар һәм инсектицид саралар менән эшкәртергә. Сәскә атҡан осорҙа ҡарышлауыҡтар менән көрәшеүҙә халыҡ ысулдарын ҡулланырға.
Бик тырышҡанда парһыҙ ебәк күбәләгенән бер сезонда ҡотолорға була.
Иғтибарға алығыҙ!
Ағастарҙың зыян күргән-күрмәгәнен япраҡтарҙағы тишектәр һәм ундағы деформацияларҙан, ауҙарҙан белергә була.
Парһыҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы препараттар
Емеш-еләк ағастары үҫкән участкаларҙа биологик препараттар ҡулланырға кәрәк. Был препараттарҙағы актив компоненттар булып ҡарышлауыҡтарҙың эске органдарына зыян килтергән бактериялар тора.
Препарат үҙенең емереү эшен шунда уҡ башлай, әммә һөҙөмтәне 7-10 көн буйы ла күрергә була. Ул 14 көн букйы тәьҫир итәсәк. Ҡойма ямғырҙар ғына уның тәьҫирен кәметергә мөмкин. Препараттарҙы ағастарҙың сәскә атҡан осоронан тыш вегетацияның һәр этабында ла ҡулланырға була.
Алманы профилактика өсөн айына бер тапҡыр, әгәр күбәләктәр булһа ике тапҡыр эшкәртергә була. Һөҙөмтәле препараттар – Фитоверм, Лепидоцид, Искра био, Энтобактерин, Битоксибацилин, Дендробацилин.
Көрәштең химик ысулдары теләгән һөҙөмтәне бер нисә көндә алырға мөмкинлек бирә. Киң спектрға тәғәйенләнгән ағыуҙар үҫемлектәргә һиптергәндән һуң 2 сәғәт эсендә күбәләктәрен юҡ итә, ә ҡарышлауыҡтарҙы – 30 сәғәт. 2 сәғәт эсендә ағыулы матдә үҫемлектәрҙең һутына эләгә, алмалағы һәм башҡа үҫемлектәрҙәге ҡарышлауыҡтар туҡланған ваҡытта үләләр. Күпләп үлеүҙәре бер-нисә көн эсендә күҙәтелә.
Парһыҙ етен күбәләгенән инсектицид сараны миҙгелгә ике тапҡыр ҡулланырға кәңәш ителә. Иртә яҙҙа бер тапҡыр эшкәртергә кәрәк, көҙөн эшкәртеүҙән файҙа юҡ, сөнки йомортҡаларына ағыу тәьҫир итмәй.
Мөһим!
Ағыуҙы һиптергән ваҡытта һаҡланыу сараларын күрергә, ауыҙ, тын юлдарын, күҙ һәм тирене ҡапларға кәрәк. Кире осраҡта аллергия реакциялары булырға, төрлө дәрәжәлә ағыуланырға мөмкин.
Ҡоротҡостар менән көрәштә халыҡ ысулдары
Күбәләктең ҡарышлауыҡтары менән көслө еҫле үлән төнәтмәһе, кер һабыны, ағас көлө, аш һеркәһе, нашатыр спирты ярҙамында көрәшергә мөмкин.
Һабын актив компоненттарҙы япраҡтарҙа тоторға ярҙам итә, шулай уҡ туҡланыу процессын яйлатҡан йоҡа пленка барлыҡҡа килтерә. Тәбиғи кер һабыны иретмәһен теләһә ҡайһы халыҡ сараһына ҡушырға була.
Япраҡтарға һиптерергә:
1-се ысул – 200 мл аш һеркәһен 1 литр һыу менән;
2-се ысул – 10 мл нашатыр спиртын 1 литр һыу менән;
3-сө ысул – 1 стакан ваҡланған һарымһаҡты 1 литр һыу менән;
4-се ысул – ағас көлөн, эретелгән кер һабынын һыуға һалып ентекләп болғарға.
Теләгән һөҙөмтәгә ирешер өсөн, көрәштең бер нисә юлын бергә ҡулланырға була, профилактика тураһында онотмаҫҡа кәрәк. Көрәште йыл әйләнәһенә алып барырға. Яҙын баҡса буйлап ҡарышлауыҡтар йыйып йөрөгәнсе, ағыулап йонсоғансы, көҙөн ағас олонан күбәләктең йомортҡаларын ҡырҡып алыуы еңелерәк. Ҡоротҡостарҙан химик препараттар менән, үҙеңә һәм тирә-яҡҡа зыян килтермәй генә дөрөҫ ҡотолорға кәрәк.