Мең дә бер кәңәш

Май аҙағы баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Айырыуса бындай ҡоро көндәрҙә йәшелсә һәм емеш-еләктәргә ваҡытында һыу ҡойоу ҙур әһәмиәткә эйә. Һеҙҙең иғтибарға бер нисә, заманса әйткәндә, лайфхак:

Май аҙағы баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Айырыуса бындай ҡоро көндәрҙә йәшелсә һәм емеш-еләктәргә ваҡытында һыу ҡойоу ҙур әһәмиәткә эйә. Һеҙҙең иғтибарға бер нисә, заманса әйткәндә, лайфхак беҙҙең сайтта:
Пластик шешәне тишкеләп, ауыҙына һыу шлангыһын скотч менән яҡшылап беркетһәгеҙ, шундай һуғарыу системаһы килеп сығыр.
Һыу ҡойғос (лейка) иң кәрәк сағында тишелеүе, йә ярылыуы мөмкин. Был осраҡта пластик канистрҙың ҡапҡасына утта ҡыҙҙырылған йыуан энә йәки беҙ менән тишектәр тишеп, ваҡытлыса ҡулланып торорлоҡ һыу ҡойғос эшләп алырға була.
Ҡайһы бер үҫемлектәр һыуҙы өҫтән ҡойғанды яратмай. Шуға күрә күп баҡсасылар уларҙың тамырын һуғарырға тырыша. Тамсылап һыу ҡойоу (капельный полив) һыуҙы экономиялау һәм үҫемлектәрҙе тәүлек әйләнәһенә һуғарыу мөмкинлеге менән дә отошло. Осло таяҡҡа беркетелгән пластик шешәнең ҡапҡасын тишеп, ҡолаҡ таҙарта торған мамыҡлы таяҡса ҡуйып, һыу тултырып, әйтәйек, баҡса еләге төбөнә баштүбән сәнсеп ҡуйһаң, һыу тамсылап торасаҡ. Шешәнең төбөн ҡырҡып, һыу өҫтәп тороға мөмкин.
Читайте нас