Ейәнсурала һабан байрамы бик күңелле үтте

Район үҙәгенең "Аҡ сатыр" паркында бөгөн йәнле лә, йәмле лә булды. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас үткәрелгән, ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы булған, һабантуйға ейәнсуралар ғына түгел, башҡар район-ҡалаларҙан да яҡташтар ҡайтҡайны. Абруйлы ҡунаҡтарҙың килеүе байрамдың мәртәбәһен тағы ла арттырып ебәрҙе. Сараның төп сәбәпселәре - ауыл хужалығы эшсәндәре намыҫлы хеҙмәтенә лайыҡлы баһа алды. Барлыҡ теләгәндәр йыр-моңға маһирлыҡта, халыҡ уйындарында, спорт бәйгеләрендә үҙҙәрен һынаны. Һәр ваҡыттағыса, бәйге менән көрәш - иң сағыу тамашаларҙан булды. Байрам буйынса тулы репортажды гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.

Район үҙәгенең "Аҡ сатыр" паркында бөгөн йәнле лә, йәмле лә булды. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас үткәрелгән, ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы булған, һабантуйға ейәнсуралар ғына түгел, башҡар район-ҡалаларҙан да яҡташтар ҡайтҡайны. Абруйлы ҡунаҡтарҙың килеүе байрамдың мәртәбәһен тағы ла арттырып ебәрҙе. Сараның төп сәбәпселәре - ауыл хужалығы эшсәндәре намыҫлы хеҙмәтенә лайыҡлы баһа алды. Барлыҡ теләгәндәр йыр-моңға маһирлыҡта, халыҡ уйындарында, спорт бәйгеләрендә үҙҙәрен һынаны. Һәр ваҡыттағыса, бәйге менән көрәш - иң сағыу тамашаларҙан булды.
Байрам буйынса тулы репортажды гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.
Читайте нас