ЯҘМЫШЫНАН ҠӘНӘҒӘТ

«Маяҡ» ЯСЙ-һының Аҡҡондоҙ ауылында урынлашҡан фермаһында мөдир булып Урал Мәрүән улы Ҡолоев эшләй. Ул йәшләй башлаған хеҙмәт юлынан бара һәм,әйтергә кәрәк, яҙмышы менән бик ҡәнәғәт ул. Ҡәнәғәт, сөнки тормошта үҙ юлын тапҡан, йәмғиәткә файҙа килтерә һәм уның хеҙмәте тейешенсә баһалана.

«Маяҡ» ЯСЙ-һының Аҡҡондоҙ ауылында урынлашҡан фермаһында мөдир булып Урал Мәрүән улы Ҡолоев эшләй. Әлеге ваҡытта һарыҡтар йәйге көтөүлектә көтөлә, улар апрелдә үк сығарылған. Мөдир етәкселеге аҫтында туғыҙ чабан, улар сменаны тапшырган ваҡытта Урал ағай көтөүлектә була. Бер көтөүҙә 1200 һарыҡ, йәйләүҙә бөтәһе дүрт көтөү. 500 баш тирәhe һарыҡ бәрәндәре айырым көтөлә. Үрсем алыу апрелдә үк тамамланып, бәрәстәр көтөүҙә әсәләре менән бергә тотола.
Әйтергә кәрәк, Урал ағай ферма мөдире генә түгел. Көтөүселәрҙең береhе ауырып-фәлән китһә - уларҙы алыштыра, мал табибы килә алмай икән - үҙе мал табибына әйләнә һ.б. Ул «Маяк» хужалығы ойошторолғандан алып эшләй, шуға күрә эш рәтен белә, тәжрибәһе лә етерлек. 1985 йылда армия хеҙмәтенән ҡайтҡас, «Урал» колхозына эшкә килә, шунан бирле ауыл хужалығы тармағында эшләй. Оҙаҡламай, июнден 20-ләрендә һарыктар сәйер булеп сығара башлай һәм хужалыҡ һарыҡтарҙы ҡырҡа башлаясаҡ. Әле сакмансылар һарыҡ ҡырҡыу өсөн бина әҙерләү менән мәшғүл, стеналарҙы ағарталар, түбәләрҙе буяйҙар. Һарыҡтар көтөүлектә булғанда, ҡышҡы биналар әҙерләнә башлай, уны ла Урал ағай контролдә тота.
Шулай йәшләй башлаған хеҙмәт юлынан бара Урал Мәрүән улы һәм,әйтергә кәрәк, яҙмышы менән бик ҡәнәғәт ул. Ҡәнәғәт, сөнки тормошта үҙ юлын тапҡан, йәмғиәткә файҙа килтерә һәм уның хеҙмәте тейешенсә баһалана.
Читайте нас