Сирғолда яңы бина ҡалҡты

Ҡышын, ауылда фельшер-акушерлыҡ пункты асыу тантанаһында, Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншинға биләмә ветеринарҙары бина һорап мөрәжәғәт иткәйне

Ҡышын Сирғол ауылында фельшер-акушерлыҡ пункты асыу тантанаһына Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Салауат улы Йыһаншин да килгәйне. Уға ауыл биләмәһе ветеринарҙары, мөмкинлектән файҙаланып, махсус бина һорап мөрәжәғәт иткәйне.
Үтенес ҡәнәғәтләндерелде һәм бына Сирғол ауылында тиҙ арала ошондай модулле ветстанция бинаһы ҡалҡып сыҡты. Был ауыл халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға.
Читайте нас