Был эсемлек һеҙҙе йәйҙең эҫе көндәрендә ҡотҡарыр...

Уны әҙерләү өсөн 15 минут ваҡыт һәм һәр магазинда булған ингредиенттар кәрәк булыр...

Уны әҙерләү өсөн 15 минут ваҡыт һәм һәр магазинда булған ингредиенттар кәрәк булыр.
1. Лимон - 3 дана;
2. Әфлисун - 2 дана;
3. Һыу (сироп эшләү өсөн) - 200 мл;
4. Шәкәр ҡомо - 200 г;
5. Һыу - 2 литр;
Сироп эшләү өсөн 200 мл һыуға 200 грамм шәкәр ҡомон һалып, ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, шәкәре ирегәнсе утта тотабыҙ.
Сироп әҙер булғансы, 2 лимондың һәм 1 әфлисундың һутын сығарабыҙ. Еңелерәк булһын өсөн, тәүҙә 30 секундҡа микроволновкаға һалып алырға була.
Ҡалған цитрустарҙы түңәрәк итеп теләбеҙ ҙә ҙур банкаға йәки берәй быяла һауытҡа һалабыҙ. Өҫтөнә әфлисун менән лимондың һутын, сиропты ҡоябыҙ ҙа, 2 литр һыу менән тултырабыҙ.
Матурлап болғап алырға ла, тәмле һәм эҫе көндәрҙән ҡотҡарыусы эсемлек әҙер!
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас