Был аҙнала шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре сәсеү өсөн уңышлы көндәр һанала. Әле ҡартайған йәшел тәмләткестәр урынына яңыларын сәсергә була. Бынан тыш, ҡыяр, дайкон, борсаҡ та ултырта алаһығыҙ. Улар тиҙ өлгөрә һәм байтаҡ һеҙҙе мул уңышы менән һөйөндөрәсәк әле.
Тәжрибәле баҡсасылар теплицала бушаған урындарға июлдә лә ҡыяр, укроп, салат кеүек тәмләткестәр ултырта. Көҙгө һалҡындар башланғас та өҫтәлдә йәшел ҡыяр булыуы йәйҙе иҫкә төшөрәсәк.