Мал аҙығы әҙерләү, уңыш йыйыу осоронда ауыл хужалығы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре һәм ауылдар халҡы ал-ял белмәй эшләй. Һәм ошо ауыр хеҙмәт емешен һанаулы минуттар эсендә янғын юҡҡа сығарһа, бик аяныслы. Шуға күрә уңышты үҫтереү, йыйып алыу ғына түгел, ә һаҡлап ҡалыу ҙа бик мөһим.
Иген культураларын йыйғанда һәм мал аҙығы әҙерләгәндә, айырыуса йылы һәм ҡоро көндәрҙә, янғын сығыу хәүефе юғары. Шунлыҡтан янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Урып йыйыуға йәлеп ителгән бөтә хеҙмәткәрҙәр янғынға ҡаршы инструктаж үтергә, барлыҡ агрегаттар һәм автомобилдәр ут һүндереү саралары (бөтә типтағы комбайндар һәм тракторҙар – 2 ут һүндергес, 2 көрәк) менән һәм төҙөк осҡон һүндергестәр менән тәьмин ителергә тейеш.
Хужалыҡтар етәкселәренең, белгестәрҙең һәм граждандарҙың хәтеренә төшөрәбеҙ, тракторҙарҙың, комбайндарҙың һәм автомобилдәрҙең торбаларынан сыҡҡан осҡон, махсус тәғәйенләнмәгән һәм йыһазландырылмаған урындарҙа тәмәке тартыу, ҡарауһыҙ ҡалдырылған усаҡтар, ауыл хужалығы машиналарының тиҙ әйләнеүсән, ҡыҙған деталдәренә үлән уралыуы янғындарҙың төп сәбәптәре булып тора.
Мал аҙығы әҙерләүҙә, уңыш йыйыуҙа ҡатнашыусы бөтә техникаға техник тикшереү үткәрелергә, яғыулыҡ системаһы, осҡон һүндергесе төҙөк булырға, ут һүндереү саралары менән йыһазландырылырға тейеш. Йөктөң бейеклеге электр үткәргес линияларына тейерлек булырға тейеш түгел. Ауыл хужалығы машиналарының электр селтәре сымдары ышаныслы изоляцияланырға, ышҡылыуҙан һаҡланырға тейеш.
Бесән тейәгәндә транспорт сараларының двигателе һүндерелергә тейеш. Мал аҙығына ут тоҡанмаһын өсөн тейәү-бушатыу эштәренә йәлеп ителгән машиналар эҫкерттәргә өс метрҙан да яҡын килергә тейеш түгел.
Иген культураларын йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү осоронда:
– капотһыҙ йәки капоты асылған тракторҙар, үҙйөрөшлө шассиҙар һәм автомобилдәр файҙаланыу;
– автомобилдәрҙе ялан шарттарында янғын һүндереү саралары менән йыһазландырылған һәм төндә яҡтыртылған махсус майҙансыҡтарҙан ситтә заправкалау тыйыла.
Үҙ хеҙмәтегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, янғын сығыуына юл ҡуймағыҙ! Мул уңыш үҫтереү бик мөһим, әммә уны һаҡлау тағы ла мөһимерәк!
В. Иҙелбәков, Ейәнсура районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы мөдире.