+20 °С
Облачно


21 июлдә БР Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” программаһы һөҙөмтәләрен иғлан иттеләр. Грант еңеүселәр араһында беҙҙең райондан ике фермер бар. Әхәт Байбулатов һөт һәм ит йүнәлешендәге малсылыҡ тармағын үҫтереү проектын тормошҡа ашырыу өсөн – 2 млн һум, ә Тимур Әйүпов комбикорм етештереү цехы асыу маҡсатында 3 млн һум ярҙам аласаҡ.