Бөтә яңылыҡтар

Киләһе аҙнала ҡар яуа?

Был хаҡта Башгидромет хәбәр итә

Киләһе аҙнала ҡар яуа?
Киләһе аҙнала ҡар яуа?

 

Иртәгә, 27 сентябрҙә, республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, ҡайһы бер райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнсығыш талғын. Һауа температураһы төндә +1...+6 градус. Урыны менән ҡырау һәм термометр бағанаһы -3 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ 6-11 градус йылы буласаҡ.

28 сентябрҙә урыны менән ямғыр, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыш талғын. Һауа температураһы төндә -3 ... +2 градус, аяҙыған саҡта -7-гәсә төшәсәк. Көндөҙ 5-10 градус буласаҡ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: