Бөтә яңылыҡтар

Күңелгә яҡын эш

Наил Сабир улы Юланов “Маяҡ” йәмғиәтендә комбайнер булып 2014 йылдан Мәзиттән йөрөп эшләй. Хәҙерге көндә үҙе йөрөткән GLAАS комбайнын ҡышҡылыҡҡа әҙерләү менән мәшғүл ул, тәгәрмәстәрен эзбиз менән эшкәртеп, түмәргә ултыртып ҡуясаҡ. Уңыш йыйыу тамамланһа ла, хужалыҡтың эше уның менән генә бөтмәй, әле был, әле икенсе эше сығып ҡына тора. Иртә яҙҙан ремонт эштәрен башлап ебәрәсәктәр. Шулай мәшәҡәтле, әммә күңелгә яҡын ер эштәре йыл әйләнәһенә дауам итә. Наил Сабир улы Мәзиттән йөрөп эшләй. “Ҡатыным Гүзәлгә ҙур рәхмәт! Мин бит эш миҙгеле башланһа, иртән сығып китәм, кис ҡайтып инәм. Йорттоң бөтә мәшәҡәттәре, донъя көтөү уға ҡала”, – ти ул.

Наил Сабир улы Юланов “Маяҡ” йәмғиәтендә комбайнер булып 2014 йылдан эшләй. Әле урып-йыйыу эштәрен тамамлағандар. Аҙаҡҡы йыйған культуралары – көнбағыш, уның уңышы йылына ҡарап ярайһы ғына булған. Хәҙерге көндә үҙе йөрөткән GLAАS комбайнын ҡышҡылыҡҡа әҙерләү менән мәшғүл ул, тәгәрмәстәрен эзбиз менән эшкәртеп, түмәргә ултыртып ҡуясаҡ. Уңыш йыйыу тамамланһа ла, хужалыҡтың эше уның менән генә бөтмәй, әле был, әле икенсе эше сығып ҡына тора. Иртә яҙҙан ремонт эштәрен башлап ебәрәсәктәр. Шулай мәшәҡәтле, әммә күңелгә яҡын ер эштәре йыл әйләнәһенә дауам итә.

Наил Сабир улы Мәзиттән йөрөп эшләй. “Ҡатыным Гүзәлгә ҙур рәхмәт! Мин бит эш миҙгеле башланһа, иртән сығып китәм, кис ҡайтып инәм. Йорттоң бөтә мәшәҡәттәре, донъя көтөү уға ҡала”, – ти ул.

Эйе, аңлап, хәлеңә инеп торған тылың булғанда, эшеңә лә дәрт менән килеп, өйөңә лә ҡайтҡың килеп ҡайтаһың инде ул.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: