Бөтә яңылыҡтар

Ғүмер буйы бер техникала

Урта Муйнаҡ ауылында йәшәгән Рәсүл Атнағоловтың бөтә ғүмерен механизатор эше менән бәйләнгән. Мәктәптә уҡып алған тракторсы танытмаһы, уға ғүмерлек һөнәрен һайларға ярҙам итә.

Урта Муйнаҡ ауылында йәшәгән Рәсүл Атнағоловтың бөтә ғүмерен механизатор эше менән бәйләнгән. Мәктәптә уҡып алған тракторсы танытмаһы, уға ғүмерлек һөнәрен һайларға ярҙам итә.

Мәктәпте тамамлағас та Калинин исемендәге колхоздың Т-150 тракторына ултыра һәм, әлеге көндә лә, инде 39 йыл буйы ошо (!) тракторҙа йөрөй. Әлбиттә, араһында Монголияға әрме хеҙмәтендә булып ҡайтырға өлгөрә. Әле ул “Муйнаҡ” хужалығында (етәксеһе Б. Әбделғужин) эшләй.

- Беҙҙең заманда “Бөтә класс менән колхозға!” тигән лозунг модала булды. Егеттәр механизатор булһа, ҡыҙҙар һауынсы, быҙау ҡараусы һөнәрен һайланы. Мин дә ошо юлдан киттем һәм үкенмәйем, – ти Рәсүл Ҡунаҡбай улы.

Яҙҙан сәсеүгә төшөп, көҙ урып-йыйыуҙы юғалтыуҙарһыҙ башҡарып сығыу – ер эше йыл әйләнәһенә дауам итә. Хатта ҡыш көнө лә эш табылып ҡына тора. Ҡарлы-буранлы осорҙарҙа тракторы менән ферма юлын ҡарҙан әрсәләй, үҙе йәшәгән Урта Муйнаҡ, күрше Үрге Муйнаҡ ауылдары урамдарындағы ҡарҙы эттерә, ауыл биләмәһе башлығы Даян Атнағолов һораһа, Өмбәттең урамын да таҙартып китә.

Шулай, егәрлеләр йүнен таба. Бер ҙә ҡырға китмәгән Рәсүл Атнағолов, тыуған еренә, ауыл хужалығына, хатта техникаһына тоғро ҡалған. Тормош иптәше Гөлсара апай менән биш бала үҫтереп, кеше итеп, аяҡҡа баҫтырып ебәргәндәр. Бөгөн улар икәү генә, бер-береһенә таяныс булыпйәшәйҙәр. Һәр эште бергә килешеп эшләйҙәр. 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: