Бөтә яңылыҡтар

Ошо һөнәремде һайлар инем!

Ауыл ерендә тик ауыр эштән ҡурҡмағандар һәм туған ерен сикһеҙ яратҡандар ғына йәшәй алалыр, моғайын. Бигерәк тә, әгәр һинең һөнәрең ер эшенә бәйле булһа. Нияҙғол ауылында йәшәгән Ринат Мырҙабулатовтың дөйөм эш стажы 42 йыл булһа, шуның һуңғы дүрт йылын Р. Абдулловтың крәҫтиән-фермер хужалығында эшләй. Эше ауыр булһа ла, ошо һөнәрҙе һайлағанына үкенмәй ул. “Яңынан һөнәр һайлау мөмкинлеге бирелһә, ниндәйен һайлар инегеҙ?”тигән һорауыма: – Ошо һөнәремде һайлар инем! - тип яуапланы. Ринат ағай, яуаплы кеше булараҡ, ковидтан прививка яһатҡан. Үҙенең һәм яҡындарының һаулығын ҡайғырта, башҡаларға ҡарап, сирҙең нимәгә еткеререн күҙ алдына килтереп, ҡотоң осоп йөрөгәнсе, прививка яһатып тынысланыуың күпкә ҡиммәтерәк, ти ул.

Ошо һөнәремде һайлар инем!
Ошо һөнәремде һайлар инем!

Ауыл ерендә тик ауыр эштән ҡурҡмағандар һәм туған ерен сикһеҙ яратҡандар ғына йәшәй алалыр, моғайын. Бигерәк тә, әгәр һинең һөнәрең ер эшенә бәйле булһа.

Нияҙғол ауылында йәшәгән Ринат Мырҙабулатовтың дөйөм эш стажы 42 йыл булһа, шуның һуңғы дүрт йылын Р. Абдулловтың крәҫтиән-фермер хужалығында эшләй.

Эше ауыр булһа ла, ошо һөнәрҙе һайлағанына үкенмәй ул. “Яңынан һөнәр һайлау мөмкинлеге бирелһә, ниндәйен һайлар инегеҙ?”тигән һорауыма:

– Ошо һөнәремде һайлар инем! - тип яуапланы.

Ринат ағай, яуаплы кеше булараҡ, ковидтан прививка яһатҡан. Үҙенең һәм яҡындарының һаулығын ҡайғырта, башҡаларға ҡарап, сирҙең нимәгә еткеререн күҙ алдына килтереп, ҡотоң осоп йөрөгәнсе, прививка яһатып тынысланыуың күпкә ҡиммәтерәк, ти ул.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: