Бөтә яңылыҡтар

Һыйлы көнөң – һыйырҙа

Сәриә Марат ҡыҙы «А7 Агро-РБ» хужалығында аҙ ғына эшләү осоронда үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә. Тәүҙә тәжрибәле һауынсылар ярҙамына мохтаж булһа ла, үҙенең тырышлығы һәм эшенә яуаплы ҡарауы арҡаһында, машина менән һауыу техникаһын тиҙ үҙләштерә һәм әлеге көндә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Һауынсының эш сәғәте иртүк башлана. Үҙең эшләгән хужалыҡҡа барып еткәнсе, үҙеңдең һыйырҙарыңды һауып, көтөүгә оҙатаһы бар. “Ул һыйырҙар янына тик яҡшы кәйеф менән барырға кәрәк, әгәр ҙә һөмһөрөң ҡойолоп, уҫал ҡиәфәт менән барһаң – һөтһөҙ ҡалыуыңды көт тә тор, – ти “А 7 Агро РБ” хужалығында икенсе йыл һауынсы булып эшләгән Сәриә Бикитиева. – Һыйыр бит үҙе менән һөйләшеүҙе көтөп тора. Бына беҙ, һауған арала, уларға бөтә тормошобоҙҙо һөйләп бөтәбеҙ – тик уларҙың кәңәш бирә алмауы ғына үкенес. Кем йырға оҫта – йырлап та ебәрә. Малды яратырға кәрәк шул”.

Яңы Себенле ауылында йәшәгән Сәриә Марат ҡыҙы Бикитиева хеҙмәт һөйгән ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән. Ул бала саҡтан өйҙә лә, фермала ла әсәһенең оло ярҙамсы була. Ырымбур ҡалаһында фрезеровщик һөнәре алғас, 1986 йылда Илдус Ғәләүетдин улы менән тормош ҡороп ебәрәләр. Ошо уҡ ҡалала өс йыл йәшәгәс, тыуған яҡтарына ҡайтырға була йәш ғаилә.

Сәриә Марат ҡыҙы «А7 Агро-РБ» хужалығында аҙ ғына эшләү осоронда үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә. Тәүҙә тәжрибәле һауынсылар ярҙамына мохтаж булһа ла, үҙенең тырышлығы һәм эшенә яуаплы ҡарауы арҡаһында, машина менән һауыу техникаһын тиҙ үҙләштерә һәм әлеге көндә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: