Бөтә яңылыҡтар

Һаҡ булығыҙ: бешмә ауырыуы

Ейәнсура районы халҡы иғтибарына! Башҡортостан Республикаһында нодуляр дерматит, ҡош киҙеүе һәм сусҡаларҙың африка тағуны буйынса көсөргәнешле эпизоотик хәл-торош күҙәтелә. Бынан тыш, Ырымбур өлкәһе Беляевка районының Ҡарағас ҡасабаһында малдар араһында таралған хәүефле ауырыу – бешмә теркәлгән.  Бешмә – тиҙ тарала торған ауырыу, малсылыҡҡа етди зыян килтерә. Ул тура бәйләнеш һәм төрлө факторҙар – мал хужалығы продукттары, транспорт, персонал һ.б. аша йоғорға мөмкин. Ауырыу сығанағы барлыҡҡа килеү менән эре һәм ваҡ малдар тулыһынса тартып алына һәм яндырыу юлы менән юҡ ителә. Яҡташтарыбыҙҙы уяу булырға саҡырабыҙ, ауылдар территорияһында мал һатып алыу һәм уларҙы сығарыу менән шөғөлләнгән сит кешеләрҙе, шулай уҡ малдарҙа бешмә ауырыуы билдәләре күренеү менән хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ. Ҡыҙыу бәйләнеш телефондары: 2-12-12  йәки   8-927-234-13-08 (WhatsApp) Ейәнсура районының берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте.

Ейәнсура районы халҡы иғтибарына!

Башҡортостан Республикаһында нодуляр дерматит, ҡош киҙеүе һәм сусҡаларҙың африка тағуны буйынса көсөргәнешле эпизоотик хәл-торош күҙәтелә. Бынан тыш, Ырымбур өлкәһе Беляевка районының Ҡарағас ҡасабаһында малдар араһында таралған хәүефле ауырыу – бешмә теркәлгән.

 Бешмә – тиҙ тарала торған ауырыу, малсылыҡҡа етди зыян килтерә. Ул тура бәйләнеш һәм төрлө факторҙар – мал хужалығы продукттары, транспорт, персонал һ.б. аша йоғорға мөмкин. Ауырыу сығанағы барлыҡҡа килеү менән эре һәм ваҡ малдар тулыһынса тартып алына һәм яндырыу юлы менән юҡ ителә.

Яҡташтарыбыҙҙы уяу булырға саҡырабыҙ, ауылдар территорияһында мал һатып алыу һәм уларҙы сығарыу менән шөғөлләнгән сит кешеләрҙе, шулай уҡ малдарҙа бешмә ауырыуы билдәләре күренеү менән хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ.

Ҡыҙыу бәйләнеш телефондары: 2-12-12  йәки   8-927-234-13-08 (WhatsApp) Ейәнсура районының берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: