Бөтә яңылыҡтар

Помидор үҫентеләре үҫтереүселәр өсөн кәңәштәр

Томат – баҡсасылар араһында иң билдәле йәшелсә, уны барыһы ла үҫтерәлер, моғайын

Помидор үҫентеләре үҫтереүселәр өсөн кәңәштәр
Помидор үҫентеләре үҫтереүселәр өсөн кәңәштәр

Йыл һайын томаттың бер нисә сортын сәсеү дөрөҫөрәк булыр, оҙайлы ваҡыт һынау үткәндәренә өҫтөнлөк биреү ҙә яҡшы. Шунда ғына, йылдың нисек килеүенә ҡарамаҫтан, уңышҡа өмөт итергә була.

Баҡсасылар белә, үҫентеләр өсөн әҙерләнгән тупраҡ си­фатлы булырға тейеш. Ул артыҡ ауыр булмаһын, һыу менән һауаны ла яҡшы үткәрһен. Серетмә һәм ҡара тупраҡ (2:1), шулай уҡ тигеҙ өлөштә ҡара тупраҡ, магазинда һатылған махсус тупраҡ, ҡом алырға була. Тупраҡҡа верми­кулит өҫтәргә була. Ниндәйҙер бер дөйөм генә талап юҡ. Үҙегеҙ нисек өйрәнгәнһегеҙ, шунан да яҡшыраҡ ысул булмаясаҡ.

Орлоҡто сәсер алдынан мотлаҡ дезинфекцияларға. 100 г һыуға 3 мл водород перекисе өҫтәп, 40 градус температураға тиклем йылытырға һәм 10 минутҡа орлоҡтарҙы һалырға. Орлоҡтарҙы шыттырыу өсөн бер нисә сепрәк туҡыма алып, уларға һандар һуғырға, ниндәй һан аҫтында ниндәй сорт икәнен яҙып ҡуйырға. Туҡыманы еүешләргә, орлоҡтар бер-береһенә теймәҫлек итеп һалырға, икенсе осо менән ҡап­ларға һәм пластик контейнерға һалырға, ҡапҡасын ябырға, әммә һауа инерлек урын ҡалдырырға. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡапҡасты асып, елләтеп торорға. Томаттың орлоҡ­тары тиҙ шыта, 2-3 көндән уларҙы сәсергә мөмкин.

Ниндәй генә һауытҡа сәсһәң дә, уларҙы зарарһыҙланды­рырға. Һыу ҡуйы төҫкә ингәнсе марганцовка һалырға, һау­ыттарҙы 30 минут тоторға, һуңынан таҙа һыу менән йыуыр­ға. Һауытҡа тупраҡты тултырғас, һыу һибеп, 5-6 сәғәткә по­лиэтилен менән ҡаплап торорға. Шырпы бөртөгө менән төртөп, соҡор яһағас, ипләп кенә орлоҡтарҙы төшөрөргә, өҫтөн тупраҡ менән ҡапларға. Шулай уҡ өҫтөн ҡаплап, йы­лы урынға ҡуйырға.

Үҫентеләр үҫкән бүлмәлә температура көндөҙ ҙә, төнөн дә 23 градус йылы булырға тейеш. Орлоҡтар сыҡҡас та, поли­этиленды алабыҙ, тупраҡ кипкән һайын һыу һибәбеҙ. Бер аҙнанан һуң бүлмәнең температураһын 17, 19 градусҡа тик­лем түбәнәйтергә була.

Томат үҫентеләре күсереп ултыртыуға бирешмәй, шуға ла урын аҙыраҡ булһа, быны мотлаҡ эшләргә кәрәк. Тәүге ике япраҡ яҡшы итеп нығынып, 3-4 япраҡ 5 мм үҫкәс, күсерергә була. Бер юлы үҫентенең тамыры нығынһын өсөн уны ҡыҫҡартырға ла була. Күсерелгән үҫентеләрҙе тура ҡояш ну­рҙарынан һаҡларға кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә, күптәр быларҙы артыҡ эш тип иҫәпләй һәм үҫентеләрҙе күсе­реп ултыртыу менән мәшәҡәтләнмәй.

Орлоҡтарҙы иртә менән сәсергә лә кәрәкмәй. Бейек булып үҫкән үҫентенән файҙа булмай. Томат үҫентеһе 40-50 көн эсендә яҡшы өлгөрә.

Һыуҙы ла йыш һибергә ярамай, юғиһә, үҫенте сирләй ба­шлай. Профилактика маҡсатында аҙна-ун көнгә бер тапҡыр бер аҙ марганцовка өҫтәлгән һыу һибегеҙ, йоҡа ғына итеп көл һалып сығығыҙ.

Шулай ҙа үҫенте ныҡ оҙонайып китһә, уны ҙурыраҡ һау­ытҡа күсереп ултырта алаһығыҙ. Әгәр ҙә бындай мөмкинлек юҡ икән, уның өҫтөн ҡырҡып алығыҙ һәм һыулы һауытта тамырландырығыҙ. Уларҙың икеһе лә уңыш бирәсәк.

Асыҡ һауаға ултыртыр алдынан үҫентеләрҙе бер аҙна тирә­һенә һауыты менән тышҡа сығарып, сыныҡтырырға кәрәк. Ә үҫентене баҡсаға кисен йәки болотло көндә күсерегеҙ.

“Киске Өфө”нән.

Читайте нас: