Бөтә яңылыҡтар

“Тот та эшләй башла!”

Үткән йәйҙә ҡоролоҡ сәбәпле, үлән шыйыҡ булды, етерлек мал аҙағы әҙерләү мөмкинлеге сикләнде. Ошо сәбәпле, быйылғы ҡыш ауыл хужалығы өсөн ауырға килде. Әле хужалыҡтар ни хәлдә? Мал ҡышлатыу нисек бара? Ниндәй мәшәҡәттәр менән янып-көйә ауыл эшсәне? Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында Ҡужабаҡ ауылы фермерҙары Ҡылысбай Маҡаев һәм Варис Туҡаевҡа мөрәжәғәт иттек. 

“Тот та эшләй башла!”
“Тот та эшләй башла!”

Әйткәндәй, Ҡылысбай Кусум улы кейәүе Варис Ғәзинур улы менән хужалыҡтарын берләштерелеп алып бара. 

Әлеге ваҡытта хужалыҡта йөҙ баш һауын һыйыры, илле баш башмаҡ-быҙау аҫырала. Улар өсөн тәғәйен ике һарайҙың береһендә – һыйырҙар, икенсеһендә йәш мал тотола. Һарайҙарҙың береһен былтыр ғына үҙ көстәре менән төҙөгәндәр. Бөгөн һыйырҙар быҙаулап бөткән дә инде. Быҙауҙар өсөн һарай төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. Ә әлегә, урын етмәү сәбәпле, быҙауҙарҙы һатып ебәреп торалар.

Маҡаевтарға ла йыл еңелдән килмәгән. Күп хужалыҡтар кеүек улар ҙа мал аҙығын һатып алған. “Билде биштән быуырға тура килә инде, әлбиттә. Әммә бирешмәйбеҙ! Һөттән килгән аҡсаны мал аҙығы алыуға торабыҙ”, – ти улар. Һыйырҙарҙы һауыу менән һөттө иртәле-кисле “Деметра” кооперативы килеп ала. Аҡсаһы менән дә ваҡытында иҫәпләшәләр икән. Улар менән эшләү бик уңайлы беҙҙең өсөн, ти хужалар.

Уларҙың ике һауынсыһы, быҙау ҡараусыһы, көтөүселәре бар. Эшселәр эш хаҡын ваҡытында алып тора, тырышып эшләгәндәргә премия ла сыға. Ҡылысбай ағай ҡыҙы Динара, кейәүе Варис менән мал янынан ҡайтып инмәй тиерлек. Өйҙәге хужалыҡ – тормош иптәше Рәмзиә апайҙың иңендә. Ул эштән ҡайтыусыларҙы йылы аштар менән көтөп тора. Ейәнен – Динара менән Варистың улын бағыу ҙа уның өҫтөндә. Шулай бергә, бер уйлы булып эш алып барғанда ғына алға китеп булалыр, моғайын.

Хужалыҡтың уңышлы эшләүенә хөкүмәттән ярҙам да ҙур этәргес булған: Ҡылысбай Кусум улы 2016 йылда – “Йәш фермер”, 2020 йылда – “Ғаилә фермеры”, ә Варис 2019 йылда “Агростартап” программаһы буйынса буйынса ярҙам алған.

  • Дәмин Марат улына, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенә, мәғлүмәт-консультация үҙәгенә ҙур рәхмәтлебеҙ. Ҡасан ғына ярҙам һорап килмә, бер ҙә кире ҡаҡмайҙар. Беҙҙе йәш ғаилә тип хуплап торалар, – тип ҡыуана Динара Ҡылысбай ҡыҙы һәм райондаштарға шулай тип мөрәжәғәт итә: – Ҡайҙандыр кемдеңдер килеп ярҙам итеүен көтөп ятҡансы, үҙеңә эшләй башларға кәрәк.

Динара үҙе лә, йәш фермер булараҡ, “Лидеры АПК”-ла уҡып, сертификат һәм диплом алған. Уҡыу барышында ул төрлө малсылыҡ хужалыҡтарында булып, эшмәкәрлектәре менән танышҡан, бик күпте өйрәнеп, тәжрибә туплап, үҙе өсөн яңылыҡтар алып ҡайтҡан.  

Киләһе йылға Маҡаевтар һәм Туҡаевтар ҙур ниәттә: һыйыр малын арттырырға иҫәп тоталар. Эштәрен ҙурайтырға уйлағас, малға ризыҡ әҙерләрлек, уларҙы етәрлек бесән өсөн сабынлыҡ та кәрәк. Шуға ла хакимиәткә ер һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Динараның тағы бер хыялы бар: үҙҙәрендә һөттө эшкәртеүсе мини-цех асып, етештерелгән ризыҡтарҙы “Ейәнсура” исеме аҫтында сығарырға уйлай. Уйлаған уйҙарығыҙ, ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын, уңыштар юлдаш булһын һеҙгә!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: