Бөтә яңылыҡтар

Март айында баҡса эштәре

Яҙҙың тәүге айында йылы көндәр һалҡындар менән аралашып килеүсән. Баҡсасыларға был мәлдә тышта эш әллә ни күп түгел.

Март айында баҡса эштәре
Март айында баҡса эштәре

Ағастарҙың тамырҙары туңмаһын өсөн уларҙың төбөндәге ҡар ҡатламын нығытып торорға кәрәк. Был температура үҙгәреп торған мәлдә ағастарҙы һаҡлаясаҡ. Ҡыуаҡтарға ятҡан еүеш ҡарҙы һелкетеп төшөрөргә кәңәш ителә. Марттың тәүге яртыһында ҙурыраҡ һауыттарға ҡар тултырып ҡалырға була. Был һыуҙы яҙ башында үҫентеләргә һибәләр. Теплицаға ҡар тултырыу ундағы тупраҡты дымға туйындырасаҡ.

Был айҙа емеш ағастарын ҡояштан һаҡлау сараһын күрегеҙ. Әгәр ҙә көҙ­ҙән, һис булмаһа, февраль айында ула­рҙың олонон аҡламаған булһағыҙ, бы­ны мартта эшләргә кәрәк буласаҡ. Аҡ­лау өсөн эзбиз иретмәһе иң яҡшыһы. Ямғырҙарға бирешмәй торған махсус иҙелмә әҙерләргә лә була. 10 литрлы биҙрә өсөн 2-3 кг аҡбур, 500 г баҡыр купоросы, 100 г казеиндан яһалған елем кәрәк. Баҡыр купоросын ҡайнар һыуҙа һәм казеиндан яһалған елемдә иҙәләр, аҡбур өҫтәйҙәр. Иҙелмә ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Ағас олонон мотлаҡ ер йылынғансы ағартырға, шул саҡта ағасты зарарлы бөжәктәрҙән дә һаҡлаясаҡһығыҙ.

Ағастар яланғас саҡта ботаҡтарҙағы ҡоротҡостарҙың ояларын йыйып алығыҙ. Еҙәй күбәләге, ғәҙәттә, ирга, сирень, энәлек, муйылда ҡышлай, бындай оянан яҙын 70-кә яҡын күбә­ләк сығасаҡ. Ояларҙы йыйып алғас, яндырырға. 10 л һыуға 1 кг эзбиз һа­лып иҙергә һәм уны ағастарҙың ботаҡ­тарына һиптерергә.

Әгәр ҙә ағастарҙың ботаҡтарында зарарланған урындар булһа, һалҡын­дар үткәс тә, уны үткер бысаҡ менән таҙартырға. Тимер йәки баҡыр купо­росы иҙелмәһе менән зарарһыҙланды­рырға, баҡса ыуары (ҡайнатылған ыҫмала) менән йәбештерергә.

Марттың икенсе яртыһында, көн­дәр минус 5 градустан юғарыраҡ кү­тәрелгәс тә, ағастарҙың ботаҡтарын ҡырҡырға ярай. Сирле, ҡороған, дөрөҫ үҫмәгән ботаҡтарҙы ҡырҡырға.

Төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙән ҡош­тар яҡшы һаҡлай. Шуға ла ҡар иремәҫ элек баҡсаға ҡош оялары эшләп элергә.

Был ваҡытта сифатлы ашлама һа­тып ала башларға ла була. Түтәлдәргә янған тиҙәк һалыу ғына етмәй. Ту­праҡта калий аҙ булһа, ҡыярҙар төрлө дөрөҫ булмаған формала үҫә. Калий ағас көлөндә күп. Яҙғы һыуҙар менән тиҙ иреүсән калий ерҙең аҫҡы ҡатлам­дарына китмәһен өсөн уны түтәл әҙерләгәс кенә һибеү яҡшыраҡ.

Айбикә ЯҠУПОВА. "Киске Өфө"нән.

Читайте нас: