Бөтә яңылыҡтар

Фермерҙарға хужалыҡ ерҙәрендә йорт төҙөргә рөхсәт ителәсәк

1 марттан хужалыҡ ерҙәрендә йорттар төҙөргә рөхсәт ителә

1 марттан фермерҙар үҙҙәренең хужалыҡ ерҙәрендә йорт төҙөргә рөхсәт аласаҡ. Бының турала "Парламентская газета" хәбәр итә. Бығаса ауыл хужалығы тармағында фермерҙар өсөн хужалыҡ ерҙәрендә тораҡ йорттар һәм хужалыҡ биналары төҙөү рөхсәт ителмәй ине, был шәхси йүнселлектең, шәхси фермер хужалыҡтарының үҫешенә ҡамасаулай ине. "Яңы закон буйынса хужалыҡ ерҙәрендә бер тораҡ йорт төҙөргә рөхсәт итә. Йорт 3 ҡаттан да бейек булмаҫҡа, майҙаны 500 кв.м. ҙур булмаҫҡа тейеш. Йорт бөтә хужалыҡ еренең 0,25 %-нан күп булмаған ер майҙанын биләргә тейеш. Әгәр ер дөрөҫ ҡулланылмаһа, йорт ҡуша тартып алынасаҡ, сөнки документтар буйынса ул ергә беркетелә". Бынан тыш һәр бер төбәк фермер йорттарын төҙөү, реконструкциялау һәм эксплуатациялау тыйылған муниципалитеттарҙы билдәләй аласаҡ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: