

Әлеге ваҡытта иген культураларын йыйыуҙы тамамлап киләләр, ошо арала ҡалған 300 га ярауай бойҙайҙы йыйып алһалар, ужым бойҙайын сәсеүгә күсәсәктәр.
Был хужалыҡта ла уртаса республика күрһәткестәре кеүек үк гектарынан 30 ц тирәһе уңыш алынған. Ужым бойҙайы гектарынан 35 ц йыйылған.
Әлеге мәлдә ырҙын табағында иген таҙартыу ҡоролмаһы киске унғаса эштән туҡтамай. Риф Усманов, Хәмит Тажетдинов баҫыуҙарҙан килгән уңышты таҙартып, елгәреп келәттәргә тултырырға ярҙам итәләр.
Акрос-550 комбайындарында Әхмәт Бикйәнов менән Илнур Хәйбуллин йөрөһә, Фәнис Байчурин МАЗ-да, Рөстәм Хәсәнов Камазда һуғылған игенде ташыйҙар. Көн эсендә самалап 40 га тирәһе баҫыуҙы йыйырға өлгәшәләр.