Бөтә яңылыҡтар

Уңыш йыйыу йылдам бара

Көндәрҙең аяҙ тороуы ҡырсылар өсөн бик уңайлы. Баҫыуҙарҙа өлгөргән игенде тәләфләмәй генә йыйып алырға булышлыҡ итә. Яңы Петровка хужалығында ла уңыш йыйыу йылдам бара.

У\ыш йыйыу йылдам бара
У\ыш йыйыу йылдам бара

 Бығаса 472 гектарҙа үҫкән етен шипкәненән (рыжик льновый) мул ғына уңыш алғайнылар. Хәҙер инде 227 га ужым бойҙайын йыйып алдылар.

Был эштәргә тәжрибәле механизаторҙар һәм водителдәр йәлеп ителгән.

Комбайндарҙа Илшат Ноғоманов, Илья Кащеев һәм Юрий Шеин ашлыҡ һуҡһа, Камаз һәм Зил йөк машиналарында Ринат Фәхретдинов менән Алексей Сурандаев игенде келәттәргә ташый.

Ә бөгөн баҫыу уңғандары ярауай бойҙайҙы йыйырға төштөләр.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: