Ҡурай еләге ҡыуағын сентябрь аҙағында йәки октябрь башында, йәғни һауа температураһы нулдән түбән төшкәс, ҡышҡылыҡҡа ергә эйеп ҡуялар. Тик бынан алда ҡыуаҡлыҡты әҙерләргә кәрәк.
Һәр ҡыуаҡтың ҡороған, шулай уҡ йәш үҫентеләрен тамыры менән йолҡоп алабыҙ. Ярайһы йыуан ғына үҫентеләр тороп ҡалырға тейеш, уларҙы өҫтән 10-20 см-ға ҡыҫҡартаһың. Һәр ҡыуаҡ араһы 60 см тирәһе булырға тейеш, әгәр ҙә ҡурай еләге ныҡ ҡуйырып киткән икән, уларҙың кәрәкмәгәнен көрәк менән ҡырҡып сығаһың. Ошо ябай ғына кәңәштәр уңышты күтәрә һәм еләктәрҙең ҙурлығына йоғонто яһай.
Көҙ ҡурай еләге ҡыуағындағы япраҡтарҙы ла йыялар, тик бөрөләрҙе зарарлан-дырып ҡуймағыҙ, һаҡ ҡыланығыҙ. Бейәләй йәки бирсәткә кейеп, үҫентене аҫтан өҫкә ҡарай ипләп кенә һыпыра алаһығыҙ. Япраҡтар ҡалһа, күгәрә, серей һәм бөрөнө яндыра. Шуға ла был эшкә ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Бынан һуң ҡыуаҡтарҙы ергә ҡарай бөгөп, тимерсыбыҡ менән бәйләргә була. Ҡурай еләге ҡыуағын ҡар аҫтында ҡалырлыҡ итеп, 50 сантиметрҙан да аҫҡараҡ бөгөргә тырышығыҙ. Ҡыш ҡыуаҡтар тулыһынса ҡар менән ҡапланырға тейеш. Яҙын, башҡаларын зарарламаһын өсөн, өшөгән үҫентеләрҙе ҡырҡалар.
Ҡыуаҡтарҙы туҡландырыу
Көҙгә ҡарай еләк-емеш ҡыуаҡлыҡтары тупраҡта булған бөтөн файҙалы матдәләрҙе алып бөтә тиерлек. Шуға ла әле уларҙы фосфор һәм калий ашламалары менән туҡландырыу мәле лә. Азотты көҙөн индермәйҙәр, сөнки ул яңы япраҡтар барлыҡҡа килтерәсәк һәм тамыр системаһының көсөн аласаҡ, һатыуҙа емеш культуралары өсөн тәғәйенләнгән ашламалар бар. Органик ашламалар ҙа артыҡ булмаясаҡ.
Туҡландырыусы матдәләр ни тиклем өҫтәрәк, шул тиклем яҡшыраҡ була. Ҡарағат һәм крыжовниктың төбөнән 40 см алыҫлыҡта көрәкте артыҡ батырмай ғына ерҙе ҡаҙығыҙ. Унда 1 ҡалаҡ суперфосфат һәм сульфатакалий, шулай уҡ янған тиҙәк һәм торф һалып болғатығыҙ. Әгәр ҙә ашламаларҙы тәрәнерәк һалһаң, кислород етерлек үтеп инә алмай ҙа, ашлама үҫемлеккә тәьҫир итмәй.
Ҡарағат менән крыжовниктың япраҡтарына баҡыр купоросы һибергә һәм улар ергә ҡойолоп бөткәс, ҡыуаҡтарҙың эргәһенә күмеп ҡуйырға. Ҡурай еләгенең тамырҙары өҫтә була, уның төбөн ипләп кенә йомшартыу кәрәк. Ҡарағат менән крыжовниктың ҡороған, һынған, ауырыған, ерҙә ятҡан, насар уңыш биргән ботаҡтарын ҡырҡып ташларға. Ҡара ҡарағаттың – 4-6, ҡыҙыл ҡарағаттың – 8-9, крыжовниктың 7-10 йылдан өлкән ботаҡтарын ҡырҡығыҙ.