Бөтә яңылыҡтар

Ветеринар – шәфҡәтле һәм кәрәкле һөнәр

Бөйөк врач-физиолог Иван Павлов: “Врач кешене дауалай, ә ветеринар – бөтә кешелекте”, тигән. Районыбыҙҙа ветеринар хәүефһеҙлек өлкәһендә һаҡта ветеринар табиптар, ветфельдшерҙар һәм ветсанитарҙарҙың ҙур отряды тора. Шуларҙың береһе – 33 йыл ғүмерен ошо өлкәлә эшләүгә бағышлаған Рәис Яубаҫаров тураһында "Ейәнсура таңдары" биттәрендә танышырһығыҙ.  

Ветеринар – шәфҡәтле һәм кәрәкле һөнәр
Ветеринар – шәфҡәтле һәм кәрәкле һөнәр

Бөйөк врач-физиолог Иван Павлов: “Врач кешене дауалай, ә ветеринар – бөтә кешелекте”, тигән. Районыбыҙҙа ветеринар хәүефһеҙлек өлкәһендә һаҡта ветеринар табиптар, ветфельдшерҙар һәм ветсанитарҙарҙың ҙур отряды тора. Шуларҙың береһе – 33 йыл ғүмерен ошо өлкәлә эшләүгә бағышлаған Рәис Яубаҫаров.

Бала саҡтан атаһына мал ҡарашып, ҡорттар менән булышып үҫкән Рәис Рәшит улына әрме хеҙмәтенә барып ҡайтҡас, колхозға эшкә сыға. Бер йыл Йылайырҙа умартасы һөнәренә уҡый. Артабан төплө белемгә эйә булғыһы килеп, Өфөләге Башҡорт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә һәм ветеринария факультетын тамамлағас, тыуған “Салауат” колхозына эшкә ҡайта.

Рәис Рәшит улы тураһында тулы мәҡәлә менән гәзит биттәрендә танышырһығыҙ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: