-6 °С
Болотло
Автомобиль юлынан алыҫ түгел баҫыуҙа Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең флагтарын елберҙәтеп уңыш йыйып йөрөгән комбайн күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә.
Был комбайн менән Илшат Ноғоманов идара итә. Ул байтаҡ йылдар Яңы Петровка хужалығында механизатор булып эшләй. Әле көндәрҙең сыуаҡ тороуы менән файҙаланып иң һуңғы культура көнбағышты урып-һуғыу менән мәшғүлдәр.
Бар күңеле менән эшенә мөкиббән киткән ер уңғанын хужалыҡта ихтирам итәләр. Техниканы биш бармағы кеүек яҡшы белгән эшсе ватылғанын тиҙ арала йүнәтеп ҡуйырға ла өлгәшә. Тулыраҡ гәзитебеҙ биттәрендә баҫыла.