Беҙҙең район ауыл хужалығында малдар һаны буйынса республикала алдынғы урындарҙы биләй. Был күрһәткесте тағы ла юғарыраҡ күтәреү өҫтөндә маҡсатлы эштәр алып барыла. Мәҫәлән, Иҙәш ауылындағы “Салауат” хужалығы бығаса баҫыусылыҡ тармағында эшләһә, әле яңы йүнәлештә эш башлап ебәрҙе. Бында колхоз заманынан ҡалған буш ферманы рәткә килтерелеп, ҡалмыҡ тоҡомло 80 баш йәш тана ҡайтарылды. Ошо уңайҙан район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов менән Иҙәштә булды. Улар хужалыҡ етәксеһе һәм эшселәре менән киләсәккә пландар, хәл ителәсәк мәсьәләләр хаҡында һөйләште.
Хужалыҡ етәксеһе Сергей Палачев әйтеүенсә,эштәр ыңғай барһа, ит йүнәлеше өсөн тәғәйенләнгән был тоҡомдоң үгеҙҙәрен дә алып ҡайтыу планлаштырыла. “Ҡалмыҡтар” башҡа тоҡомдарға ҡарағанда мал аҙығына ҡарата талымһыҙ һанала, көндәлек артымды ла юғарыраҡ бирә икән. Әлегә малдарға бесән һәм һалам ашатыла, ошо арала рационға фураж индереләсәк. Әйткәндәй, һатып алынған таналарҙың уртаса тере ауырлығы 260 кг тәшкил итә, бер йәште үтеүгә уларҙың ауырлығы уртаса 350-370 кг булыр тип көтөлә һәм шул саҡта, уларҙан быҙауҙар алыу буйынса эштәр башланасаҡ.
Управляющий Илшат Ураҡаев та хужалыҡтың киләсәккә пландары менән бүлешеп, тағы бер мал һарайының ҡыйығын яңыртып ябырға йыйыныуҙарын әйтте.
Яңы йүнәлештә эш башлау, ауыл хужалығына инвестициялар йәлеп итеү хужалыҡ етәкселәренә генә түгел, халыҡ өсөн дә яҡшы, эш урындары барлыҡҡа килә. Әле малдарҙы Шамил Мусаҡаев ҡарай.
– Мал һанын арттырыу – өҫтөнлөклө проекттар иҫәбендә. Артабан да ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ, – тине район хакимиәте башлығы.
Буш мал һарайҙары яңы һулыш алып, йәнләнһә, эш урындары барлыҡҡа килһә, тимәк ауылдың киләсәге лә буласаҡ тигән һүҙ.
Зәлиә Байғусҡарова.
Фото.