Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” грантына дәғүә итеүселәрҙе һайлау буйынса конкурс комиссияһының йомғаҡлау ултырышы үтте.
198 ғариза биреүсенән 24 кеше еңеүсе тип билдәләнде.
– Еңеүсе проекттар араһында йылҡысылыҡ, малсылыҡ буйынса проекттар күп, үҫемлекселек, умартасылыҡ буйынса ла бар, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
“Агростартап” программаһы “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, программа буйынса эре мөгөҙлө мал үрсетеү буйынса проекттар өсөн грант күләме ете миллион һумға тиклем, башҡа йүнәлештәр буйынса биш миллион һумға тиклем тапшырыла. Төп шарт – дәғүәсе проектҡа ҡаралған сығымдың 10 проценттан кәм булмаған өлөшөн үҙе финансларға тейеш.
2023 йылда республикала “Агростартап” программаһы буйынса 97,7 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡаралған.