"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

“Йондоҙ”ҙоң йондоҙло сәғәте!

10 июндә “Аҡ сатыр” паркында район һабантуйы үтте.

“Йондоҙ”ҙоң йондоҙло сәғәте!
“Йондоҙ”ҙоң йондоҙло сәғәте!

 

Унда күптәрҙең көтөп алған ярыш төрө – ул, әлбиттә, ат сабышы! Быйыл да был бәйге күп көйәрмәндәрҙе йыйҙы һәм юғары кимәлдә үтте.

Беренсе сабышта ярым тоҡомло аттар уҙышты. 3,6 саҡрым тәшкил иткән араны “Салауат” хужалығынан Нияз Йосопов беренсе үтеп, “Акрополь” йәмғиәте (директоры Хәйҙәр Ғайсин) тәҡдим иткән суперприз – мотоциклға лайыҡ булды. Ниндәй юртаҡ Ниязға беренселек алып килде икән?! Был биш йәшлек атты ул таныш егеттәренән һатып алған, исеме – “Йондоҙ”. Быйыл ҡыш буйы уны ярышҡа әҙерләп сыҡҡан.

- Холҡо тыныс, аҡыллы, өйрәткәндә лә әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Атҡа үҙеңдең еңелеүеңде, көсһөҙ икәнеңде күрһәтергә ярамай. Белеп ҡалһа, өйрәтеп тә булмаясаҡ. Ә ярышҡанда инде, "Йондоҙ" сабыш ҡомарына инеп китә, уны ҡыуып етеп тә булмай, – тип һөйләй аты тураһында Нияз.

“Йондоҙ”ҙоң тәүге еңеүе булһа ла, Нияздың беренсегә түгел. Ул 4-се кластан ауылда үткән һабантуйҙарҙа ҡатнашып, тәүге урындарҙы яулап йөрөй. 2011 йылда район һабантуйында ат ярышында еңеп, биш мең аҡса менән бүләкләнә.

ФОТО: Рәжәп ЮЛДАШБАЕВ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: