"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Мул уңыштың серен белеүсе

- Өс әсә бар: һиңә ғүмер биргән, һиңә бала тапҡан һәм Ер-Әсә. Ер-Әсәне матур итеп тәрбиәләһәк, ул да беҙгә ҡарата рәхмәтле була, беҙҙе мул уңыш менән һөйөндөрә, – ти Ейәнсура мәғлүмәт-консультация үҙәге агроном-консультанты Ришат Мәҡсүтов. - Игенсе – иң рәхмәтле, иң ҡыҙыҡлы һөнәр бит ул. Сәскән һайын өмөтләнеп көтәһең: нисегерәк шытыр ҙа, уңыш нисек булыр? Бәләкәй генә орлоҡтоң шытым биреп, һабаҡҡа үҫеүе, башаҡтарҙың тулышыуын күҙәтеү үҙе бер кинәнес. Әлбиттә, уңыш игенсенең тырышлығына, тейешле технологияларҙы дөрөҫ итеп үтәүенә бәйле. Ауыл хужалығы өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән Ришат Мәҡсүтов тураһында сайтта уҡырһығыҙ.  

Мул уңыштың серен белеүсе
Мул уңыштың серен белеүсе
  • Өс әсә бар: һиңә ғүмер биргән, һиңә бала тапҡан һәм Ер-Әсә. Ер-Әсәне матур итеп тәрбиәләһәк, ул да беҙгә ҡарата рәхмәтле була, беҙҙе мул уңыш менән һөйөндөрә, – ти Ейәнсура мәғлүмәт-консультация үҙәге агроном-консультанты Ришат Мәҡсүтов. – Агрономия – бик ҡыҙыҡлы, ижади фән ул. Һәр агроном шулай тип әйтәсәк. Бына ни өсөн бер кешенең сәскән культуралары сибек кенә, көсһөҙ, ә икенсенеке гөрләп сәскә ата, үҫә һәм мул уңыш бирә? Ни өсөн шул уҡ һыналған сорттар уңыш килтермәй, ә икенсенең нимә сәсһә лә, хатта беҙҙең яҡ өсөн ят культуралар ҙа, уңа? Был бик ҡыҙыҡ, шулай бит?!

Донъяла бер нимә лә осраҡлы булмай. Ришат Фәрит улының юлында тура килгән кешеләр уның киләсәктә һайлаясаҡ һөнәренә үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай.

  • Иҫәнғолдоң 2-се һанлы мәктәбенең 6-сы класында уҡығанда асыҡ дәрескә Куйбышев исемендәге колхоздың агрономы Рим Сәлим улы Солтанбаевты осрашыуға саҡырғайнылар. Уны һөйләгәндәре бик ҡыҙыҡтырҙы, шул ваҡытта миндә ергә, тәбиғәт менән бәйле һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу уянғандыр тип уйлайым. Класс етәксебеҙ Тәнзилә Фәйзулла ҡыҙы Сурағолованың ботаниканан уҡытыуы ла булышлыҡ иткәндер.

Шулай Ришат Мәҡсүтов Йылайыр совхоз-техникумына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Сирғолда эш башлай. Агрономия менән ҡыҙыҡһыныу уны белемен камиллаштырырға, үҙенең һөнәри кимәлен үҫтереүгә әйҙәй. Ул эштән һуң биология уҡытыусыһы Мәрйәм Батталованан дәрестәр алырға, үҙ аллы шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Һөҙөмтә көттөрмәй – Башҡорт дәүләт аграр университетына ситтән тороп уҡырға инә.

Юғары белем алғас комплекслы бригада бригадиры, агроном булып эшләгәй. 1999 йылда Таҙларға эшкә күсә, ә 2000 йылдан Үҫемлектәрҙе һаҡлау станцияһын етәкләй.

2008 йылда беҙҙең районда Башҡортостанда иң беренсе булып “Россельхозцентр”ҙың район-ара үҙәге асыла. Йылайыр, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарын берләштергән был үҙәкте, үҫемлектәрҙе һаҡлау, орлоҡсолоҡ, фитопатология һ.б. үҫемселеккә бәйле йүнәлештәр буйынса эшләгән 10 белгестән торған коллективты етәкләүҙе Ришат Фәрит улына ышанып тапшыралар. Үҙен талапсан етәксе, эшенең нескәлектәрен яҡшы белгән белгесте 2012 йылда район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр.

Әле Ришат Фәрит улы эшләгән Ейәнсура мәғлүмәт-консультация үҙәге ауыл хужалығының баҫыусылыҡ тармағында эшләүселәргә консультатив ярҙам күрһәтә. Нимә сәсергә? Быйыл ниндәй культура уңасаҡ? Баҙар иҡтисады ниндәй культуралар талап итә? Мөрәжәғәт итеүселәр менән бына ошондай һәм башҡа һорауҙарға ла яуап эҙләй белгестәр.

  • Игенсе – иң рәхмәтле, иң ҡыҙыҡлы һөнәр бит ул. Сәскән һайын өмөтләнеп көтәһең: нисегерәк шытыр ҙа, уңыш нисек булыр? Бәләкәй генә орлоҡтоң шытым биреп, һабаҡҡа үҫеүе, башаҡтарҙың тулышыуын күҙәтеү үҙе бер кинәнес. Әлбиттә, уңыш игенсенең тырышлығына, тейешле технологияларҙы дөрөҫ итеп үтәүенә бәйле. Әммә ямғыр ҙа ваҡытында яуып, ел дә ваҡытында иҫеп торһа ине лә бит. Элек беҙ һауа торошон ике-өс йылға күҙаллаһаҡ, һуңғы йылдарҙа варазда бер ҙә генә тап килмәй. Әммә быйылғы хәл-торошҡа, һауа шарттарына ҡарата уңыш яҡшы, ризамын, – ти тәжрибәле агроном.

Ришат Фәрит улы Мәҡсүтовтың ауыл хужалығы өлкәһендә күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән билдәләнде.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: