Бөтә яңылыҡтар

Үрсем алыу йылдам бара

Әлеге ваҡытта “Маяҡ” хужалығының һарыҡсылыҡ фермаларында тынғыһыҙ, әммә күңелле лә мәл – бында үрсем алыу бара.

Үрсем алыу йылдам бара
Үрсем алыу йылдам бара

-Бөгөн 464 баш һарыҡ бәрәсләне лә инде. Аллаға шөкөр, мал ҡышлатыуға көр инде. Был, бигерәк тә инә һарыҡтар өсөн яҡшы булды. Хатта игеҙ бәрәстәр ҙә кәүҙәле генә. Саҡмансылар һәм чабандар менән бергәләп яңы тыуған бәрәстәрҙе инәләре менән йылы һарайҙарға урынлаштырабыҙ, һәр береһенә номер һуғып, бәрәстәрҙең ҡойроҡтарын ҡыҫҡартыу кеүек мотлаҡ эштәрҙе башҡарабыҙ, – ти Аҡҡондоҙ фермаһы мөдире Урал Ҡолоев.

Аҡҡондоҙ фермаһында һарыҡтарҙы чабандар Даян Шәрәфетдинов, Иншар Әминев, Филүс Байсурин, Рәил Әмирханов ҡарай. Рулондарҙағы бесәндәрҙе трактор менән Илшат Юлтимеров  ташый.

Үрсем алыу осоронда, февралдән майға тиклем эшкә саҡмансылар ҙа йәлеп ителә. Аҡҡондоҙҙан Миләүшә Әминева  был яуаплы эштә барыһынан да оҙағыраҡ эшләй. Светлана Исмәғилева менән Наил Бикбулатов та үҙҙәренә йөкмәтелгән эште теүәл һәм яуаплы башҡара, ти етәкселек. Өлгөрә алмағанда һарыҡсылыҡта тәүгеләрҙән булып эшләп киткән Рауза Әмирханованы ла ярҙамға саҡыралар. Малдарҙың сәләмәтлеге һағында иһә ветеринар-табип Илсур Төхвәтуллин тора.

Маяҡ” ЯСЙ-һы етәксеһе Шәкирйән Ямғуров белдереүенсә, бөгөн хужалыҡта бөтәһе 9375 баш һарыҡ, шул иҫәптән 6802 инә һарыҡ, 67 тоҡом тәкәһе, 2506 йәш һарыҡ аҫырала. Март башына хужалыҡ буйынса барлығы 800 баш үрсем алынған.

Хужалыҡтың Кинйәбулат фермаһында йәш һарыҡтар аҫырала, ә Таҙлар, Самаҙы фермаларында ла үрсем алыу бара.

Зәлиә Байғусҡарова.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: