Бигерәк матур урында урынлашҡан шул уларҙың ауылы. Уң яҡта бейек тауҙар теҙмәһе, һул яҡта йылға сылтырап ағып ята. Бик матур итеп йорт һалыусылар байтаҡ, улар йәшәгән йорт та шуларҙың береһе.
2016 йылда крәҫтиән-фермер хужалығы булып теркәлеп эш башлап ебәргән Айнур ит-һөт йүнәлешендә һыйыр малдары, аттар аҫырай. Хужалыҡты алып барыуҙа атаһы Байыҡ һәм әсәһе Мәрйәмдең ярҙамы сикһеҙ була. Ә 2020 йылда Өмбәт ҡыҙы Алинаға өйләнеп, ғаилә ҡороп ебәрә. Йәш ҡатын да иренә терәк-таяныс була. Хәҙер улар хужалыҡты бергә тарталар.
Ҡолмөхәмәтовтарҙың 100 гектар ере бар. Шунда иген культуралары сәсеп, ишле малға ярма, мал аҙығы әҙерләйҙәр. Үткән көҙ уңышты яҡшы ғына алғандар. Малға ашатыуға, орлоҡҡа үҙҙәренә етерлек ҡалдырып, артҡанын һатҡандар.
Йүнсел ғаилә ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнә. Әйткәндәй, уларҙан ит, бал, һөт ризыҡтарын һатып алыусылар алдан заказ биреп ҡуя икән. Йышыраҡ Өфөгә алып баралар, өйҙәренән килеп алыусылар ҙа етерлек.
– Ауылда бик эш юҡ бит, кеше нимә менән шөғөлләнһен: йә мал аҫырап донъя көтә, йә Себергә эшкә бара инде, – ти Ҡолмөхәмәтовтар. Әлбиттә, “мал эшен беләм мин”, тигәндәй, әйтеүе генә анһат. Көн дә иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсе мал-тыуар тәрбиәләүе еңелдән түгел. – Шәхси хужалыҡты үҫтереү, үҙ эшеңде асыу өсөн мөмкинлектәр етерлек, тик ялҡауланмаҫҡа, һуңыраҡ ятып, иртәрәк торорға, бер-береңә ярҙамлашып донъя көтөргә, бар көсөңдө һалып эшләргә генә кәрәк. Теләк булһа, дәрт итһәң, үҙ-ара аңлашып йәшәһәң, донъяң да, эшең дә алға бара, һиңә уңыш йылмая.
Эйе, ер эше, мал бағыу ялҡаулыҡты үҙһенмәй. Бындай эштәрҙе тик егәрлеләр, булдыҡлылар ғына атҡарып сыға ала. Был йүнсел ғаиләнең этәргес көстәре – өс йәшлек Асия һәм туғыҙ айлыҡ Фатималары бар. Әлегә бәләкәйҙәр әле, әммә үҫкәнендә ни күрһә – осҡанында шул булыр, тигәндәй, киләсәктә улар ҙа ата-әсәһенә ярҙамға килер. Ә бәлки атай-ҡартайҙарының изге эшен дауам итер.