Быйыл яҙ иртә килде, шуға ла аграрийҙарға баҫыу эштәрен алданыраҡ башларға тура килде. Әле барлыҡ хужалыҡтар ҙа дым һаҡлау буйынса эш алып бара. Ә “А7 Агро – РБ”, “Луч-Агро”, “Зенит”, “Яңы Петровка”, шәхси эшҡыуар Долгов хужалыҡтарында һәм Байдәүләт, Яңы Себенле ауыл биләмәләре фермерҙары иң беренселәрҙән булып бөртөклөләрҙе сәсеүгә төшһәләр, бөгөнгө көнгә бөтә район хужалыҡтарында ла сәсеү эштәре гөрләй. Ҡар яуып, көндәрҙең һыуытып тороуы эштәрҙе әҙерәк тотҡарлаһа ла, әле механизаторҙар һоло, бойҙай, етен, арпа һәм көнбағыш сәсеү менән мәшғүл. “Салауат” хужалығы ҡырсылары ла ҡояшлы көндәрҙең бер минутын да әрәм итмәйҙәр, улар Әбүләйес ауылы эргәһендәге баҫыуҙарҙа һоло сәсәләр. Ошо арала арпа һәм көнбағыш сәсеүгә тотонасаҡбыҙ, ти хужалыҡтың управляющийы Илшат Ураҡаев. Салауаттарҙың баҫыуҙарында быйыл б ойҙай, арпа, һоло көнбағыш, судан үләне сәселәсәк. Бөгөнгө көнгә һоло сәселгән дә инде. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Самат Йәрмөхәмәтов белдереүенсә сәсеү эштәре йылдам ғына бара, әлеге ваҡытҡа планлаштырылған яҙғы сәсеү эштәренең 30%-ты үтәлгән дә инде. Әйткәндәй, быйыл яҙ районда яҙғы сәсеү эштәре 29870 гектарҙа башҡарыласаҡ. Шул майҙандың 25052 гектарын бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар тәшкил итһә, ҡалған баҫыуҙарҙа техник культуралар урын аласаҡ.