"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Һәр минут иҫәптә

Быйылғы яҙ ауыҙ хужалығы өсөн сюрприздар менән килде. Әлеге ваҡытта аграрийҙар ҡоро торған көндәрҙең һәр минутын баҫыуҙарҙа сәсеү эштәрен башҡарыу өсөн ҡулланып ҡалырға тырыша. "Маяҡ" хужалығы тракторсылары ла һоло сәсеүҙе тамамлап, көнбағыш һәм арпа сәсеүгә тотонған.

Һәр минут иҫәптә
Һәр минут иҫәптә

Таҙлар ауылы янындағы баҫыуҙа 120 га көнбағышты тамамлағандар. Бында Беларус МТЗ-82 тракторҙарында Хәниф Йылҡыбаев, ярҙамға Муйнаҡ һәм Һүрәм ауыл биләмәләре водителдәре Ғәзим Ғәлиев менән Фәнил Туймаҡаев, New Holland тракторында Илшат Юлтимеров сәсеү эштәрен башҡара. Ә Иҫәнғолдоң Лопатник янындағы баҫыуҙарында John Deere комплексында Илгиз Ҡаһарманов арпа сәсеүгә тотонған. КамАЗ водителе Рәшит Янбаев һәм заправкалаусы Ирек Килмөхәмәтов сәсеүселәрҙе орлоҡ менән тәьмин итә.
"Маяҡ" етәксеһе Шәкирйән Ямғуров белдереүенсә быйыл хужалыҡта 260 га һоло, 745 га көнбағыш, 130 га арпа, 210 га бойҙай сәсергә планлаштырылған. Көҙҙән ҡырсылар 336 га арыш һәм 135 га ужым бойҙайы сәсеп ҡалдырған.
"Техника ғына һынатмай, көн яуынламай торһа, сәсеүҙе тиҙ арала тамамларбыҙ", - ти аграрийҙар.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: