Бөтә яңылыҡтар

“Йәшел ураҡ” юғары уңыш менән һөйөндөрһөн!

Аграрийҙар өсөн яуаплы мәл етте – малдарҙы ҡышлатыу өсөн аҙыҡ әҙерләү. Бөгөн “Маяҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә үткән кәңәшмә нәҡ ошо мөһим темаға арналды ла инде.

“Йәшел ураҡ” юғары уңыш менән һөйөндөрһөн!
“Йәшел ураҡ” юғары уңыш менән һөйөндөрһөн!

Уның эшендә район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, уның беренсе урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов, район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы белгестәре, райондың барлыҡ ауыл хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар Кинйәбулат ауылы эргәһендәге ҙур баҫыуға йыйылды, унда люцернаны бесәнгә сабыу башланған. Йыйылыусыларҙы хужалыҡтың бер рәткә теҙелгән туғыҙ берәмек техникаһы ҡаршы алды, улар барыһы ла аҙыҡ әҙерләү компанияһына йәлеп ителәсәк.

Ауыл хужалығы етәкселәре, белгестәре алдында Дәмин Марат улы, Самат Фирҡәт улы, “Маяҡ” хужалығы директоры Шәкирйән Ямғуров, һәм төрлө өлкә белгестәре сығыш яһаны. Һүҙ малға аҙыҡ әҙерләү планы, тәртибе, техниканың төҙөклөгө, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында барҙы.

Кәңәшмә аҙағында Дәмин Марат улы сираттағы агрокәңәшмәне үткәреү хоҡуғын “Луч-Агро” хужалығына тапшырҙы.

Кәңәшмәлә шулай уҡ йәшел ураҡҡа старт бирелде: баҫыу карабы эшкә төштө. Хәйерле сәғәттә! Баҫыу-ҡырҙар техника тауышынан гөрләп торһон, уңыш ваҡытында һәм мул итеп йыйып алынһын! Һәр хужалыҡтың мал-тыуары йылы, яҡты, мал аҙығына ҡытлыҡ кисермәгән һарайҙарҙа ҡышлаһын!

(Кәңәшмә тураһында тулыраҡ – гәзитебеҙҙең киләһе һанында).

Айнә Иманғолова.

Автор фотоһы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: