Мәҫәлән, Трушин ауылынан Лилиә Сабитова "Агростартап" программаһында ҡатнашып, конкурста еңеп сыҡты. Алған дәүләт ярҙамын ҡулланып картуф үҫтереү эшен йәйелдереп ебәрҙе. Әлбиттә, ҡағыҙ эше менән йөрөүҙе яратмағандар бихисап. Ә шулай ҙа Лилиә Ғаян ҡыҙы кеүек был йүнәлешкә тырышлығын һәм ваҡытын һалғандар дәүләт ярҙамы алып, эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнәләр.
– Ҡыш уҡ кәрәкле документтар йыйып, шәхси эшҡыуар булып теркәлдем. Мәғлүмәт-консультация үҙәге менән берлектә шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡаралған ярҙамды юллау өсөн документтар туплап, конкурсҡа ебәрҙек, – тип һөйләй фермер.
Республика кимәлендәге был конкурста Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре алдында үҙ эшең, алынасаҡ грантты ниндәй маҡсатта тотонорға теләүең хаҡында яҡшылап һөйләргә кәрәк була. Лилиә комиссияға бәләкәйҙән атаһының дуҫтары менән берлектә фермер хужалығы асып, картуф үҫтереүен күреп үҫеүе һәм бына 25 йылдан һуңошо башланғысты дауам итергә теләүе хаҡында һөйләй.Бизнес-планын да уңышлы яҡлағас, уның юлы уңып ҡайта – 2,698 млн һумлыҡ грант алыуға ирешеә.
Дәүләт ярҙамына МТЗ-82 тракторы, картуф сәсеү һәм ҡаҙыу ҡоролмалары һатып алыу маҡсат итеп ҡуйылһа ла, хаҡтар артып китеү сәбәпле, аҡса тик тракторға ғына етә. Әммә тырыш фермер баҙап ҡалмай, өр-яңы трактор янына тотонолған булһа ла картуф сәсеү һәм ҡаҙыу ҡоролмалары алып хыялын тормошҡа ашыра.
Үткән йыл ҡуртымға алынған ерҙең 1 га самаһы майҙанында картуф сәсәләр. Май оҙайлы ямғырҙары менән аптыратыуына ҡарамаҫтан, һуңлаңҡырап ҡына сәселһә лә, картуф мул уңыш биргән. Эреһен йәрминкәлә һатҡандар, ваҡ картуфты малға ашатырға ҡалдырғандар. Шулай уҡ был йылға симәнәне лә үҙҙәренең уңышынан һалғандар һәм сәсеү майҙанын арттырғандар.
Әлеге ваҡытта уңыш күләме тураһында һөйләргә иртәрәк, йәй үтә ямғырлы килде. Ә шулай ҙа яҡшы уңышҡа өмөт бар, ти йүнсел
Зәбир Мәхиәнов, Ейәнсура районы хакимиәтенең Мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе:
- “Агростартап” программаһы ярҙамында хужалығыңды үҫтереүгә дәүләттән биш миллион һумға тиклем финанс ярҙамы алырға мөмкин. Был сумма Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2022 йылындағы май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проектына ярашлы финанслашыу шарты нигеҙендә бирелә.
Фермер үҙ хужалығын асыу һәм уны үҫтереү өсөн күпме аҡса кәрәк буласағын билдәләй, шул сумманың 90% дәүләт ҡаплай, ҡалған ун процент сығымдарҙы иһә эшҡыуар үҙе күтәрә.
Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа эшҡыуарҙарға теркәлергә, төрлө документтар юлларға ярҙам итәбеҙ, консультация үткәрәбеҙ.