“Ергән” МТС-ының Ейәнсура бүлексәһе һорауы буйынса ул ситтән тороп бухгалтерҙар курсын тамамлай. Ике йыл ошо һөнәр буйынса эшләп алғас, ул Иҫәнғолда магазинында администратор була. Йөрөп эшләү ҡыйынға төшә. Шуға күрә, Ишемғолда эш урыны бушауын ишеткәс тә, “А7-Агро РБ” хужалығына бухгалтер булып бара.
Альбина Фаил ҡыҙы тормош иптәше Фәнил Илдус улы менән Ишемғолда ҙур йорт һалып ингәндәр. 13 һәм 11 йәшлек ике ҡыҙ үҫтерәләр. Әйткәндәй, ошо уҡ хужалыҡта водитель булып эшләгән ғаилә башлығы тураһында маҡтаулы хеҙмәткәр булараҡ гәзит биттәрендә йыш баҫыла.
– Эшемде шул тиклем яратам. Һандар менән булышыу – ул тап минеке! Осона сыҡмайынса, туҡтамайым. Хеҙмәттәштәрем менән татыубыҙ. Беҙ – бер ҙур, көслө команда! – ти Альбина Бикитиева.
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.