Был еңеүгә инде 30 йылдан артыҡ ваҡыт үтеп киткән. Төрлө йылдарҙа дауаханала санитарка, Ишемғол мәктәбе интернатында төнгө тәрбиәсе, мәктәп ашханаһында ашнаҡсы, фермала быҙау ҡараусы булып эшләгәндән һуң, ҡабаттан әйләнеп ҡайта ул һауынсы эшенә. Яратҡан һөнәренә шулай урау юлдар үтеп ҡайтҡан Нурия Сәғәҙиева бөгөн – “А7-Агро РБ” йәмғиәтенең Ейәнсура бүлегенең иң шәп машина менән һыйыр һауыу операторы.
Мал менән яҡшы мөғәмәлә итә белеүе, оҫталығы бер ҡайҙа ла юғалмаған икән: эшенә сат йәбешеп, ҡанатланып тотона ул. Тырышлыҡ, уңғанлыҡ бер ҡасан да күренмәй ҡалмай: Нурия апай тиҙ арала маҡтау, уңыш ҡаҙана.
Бөгөн йәмғиәттә бөтәһе 10 оператор эшләй. Ай һайын һөҙөмтәләр барлағанда, Нурия апай һәр ваҡыт алдынғы. Мәҫәлән, августа ул 75 тонна һөт һауған!
– Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, әүҙем, коллективта абруй ҡаҙанған эшсе ул Нурия Сәлимйән ҡыҙы, – ти уның хаҡында етәкселек.
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.