Ауыл хужалығында иң яуаплы булған малдарҙы йәйләтеү, урып-йыйыу, мал аҙығы әҙерләү кеүек миҙгел эштәрендә яуланған уңыштың нигеҙендә һәр эшсенең фиҙәкәр хеҙмәте ята. Етәксе уларҙың барыһына ла рәхмәтле. Үҙ ваҡыттары менән иҫәпләшмәй, эштәренә яуаплы ҡараған механизатор Рәмил Абдрахманов менән малсылар Филүс Иҙрисов һәм Марсель Абдрахмановты иһә айырып телгә ала. Улар хужалыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшеүселәр ҙә инде.
Әйткәндәй, улар араһында иң тәжрибәлеһе – Рәмил Абдрахманов. Ул 40 йылдан ашыу ғүмерен яратҡан һөнәренә арнап, башта –“Урал” колхозында, унан “Маяҡ” хужалығында эшләй.
– Рәмил Хөрмәт улы башҡа хеҙмәткәрҙәрҙән иғтибарлы, пунктуаль булыуы менән айырылып тора. Хужалыҡта күп йылдар эшләү дәүерендә ул үҙен тырыш механизатор итеп танытты. Сәсеү, мал аҙығы әҙерләү йәки ураҡ булһынмы – береһе лә унһыҙ үтмәй, – ти хужалыҡ етәксеһе Шәкирйән Рафаил улы.
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.