Бөтә яңылыҡтар

Ҡулдары алтын уның

“А7 Агро” йәмғиәтендә токарь булып эшләгән Зәйнетдин Ғафаров аҙ һөйләй, күп эшләй торғандарҙан. Төрлө запчастәрҙе кәрәгенсә үҙгәртеү, төҙәйтеү, йәки киреһенсә кәкерәйтеү, көнө буйына көслө тауышлы аппарат менән эш итеү... Былар – токарь эшенең кешегә күренгәне генә.

Ҡулдары алтын уның
Ҡулдары алтын уның

Ҡасандыр күрше Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районынан Ишемғолға күсеп килгән оҫта шул тиклем кәрәкле булырмын, тип бәлки уйламағандыр ҙа. Хужалыҡ туҡтауһыҙ эшләгәс, техника ла боҙолмай тормай. Ремонт эшендә Зәйнетдин Шәфҡәт улының тәжрибәһе, оҫта ҡулдары ҙур роль уйнай. Әгәр һәр запчасте, тимерҙе һатып ала башлаһаң, был күп сығым, ваҡыт талап итер ине. Токарҙең тырышлығы, һөҙөмтәле эше иһә кәрәкле тимергә яңы һулыш инә.

– Зәйнетдин Шәфҡәт улы – бик һәйбәт белгес. Берҙән-бер токаребеҙҙе бик ҡәҙерләйбеҙ. Ярҙамсыл кеше: кем ниндәй генә ярҙам һорап килмәһен, барыһына ла ярҙам итә. Тимерҙән эшләй белмәгән әйбере юҡ уның, әйт кенә, һә тигәнсе әҙер була! – тип маҡтай эшсене йәмғиәттең Ейәнсура районы бүлеге етәксеһе Самат Имелбаев.

Зәйнетдин Ғафаровтың тормош иптәше Әлмира Хәмит ҡыҙы ла ошо хужалыҡта, кадрҙар бүлегендә эшләй. Ике ул тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырғандар.

Айнә Иманғолова.

Автор фотоһы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: